Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Май , 17:07

Спортсылар етәкселәр менән осрашты

Благовещен ҡалаһы спортсылары район хакимиәте башлығы Анна Карабанова менән сәй өҫтәле артында осрашты һәм ҡалала панкратион үҫешен тикшерҙе. Яңы төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексында көрәш менән шөғөлләнеү өсөн зал булыуы тураһында ла асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды.

Спортсылар етәкселәр менән осрашты
Спортсылар етәкселәр менән осрашты

Осрашыу мәлендә Башҡортостан Республикаһы Панкратион Федерацияһы президенты Радмир Хәйруллин залды төҙөкләндереү буйынса яҡшы кәңәштәр бирҙе, төбәк кимәлендәге ярыштарҙы үткәреү өсөн барыһын да иҫәпкә алырға кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Радмир Илдус улы менән бергә хакимиәт башлығы Волга буйы Федераль округы һәм Рәсәй беренселегендә яҡшы сығыш яһағаны өсөн иң абруйлы һәм титуллы спортсыларҙы, шулай уҡ уларҙың тренерҙарын бүләкләне.
Осрашыуҙа “Львиное Сердце” клубы директоры һәм тренеры Володя Фрунзикович Мкртчян үҙенең тәрбиәләнеүселәре, Благовещендың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусылары менән ҡатнашты. Улар араһында клубтың титуллы көрәшселәре - Карина Мәхмүтова Панкратион спорт көрәше буйынса Волга буйы Федераль округы беренселегенең бронза призеры, панкратион, ҡул һуғышы буйынса бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы, Арыҫлан Нәбиуллин - Панкратион спорт көрәше буйынса Волга буйы Федераль округы беренселеге еңеүсеһе, Панкратион спорт көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһының күп тапҡыр чемпионы ла бар ине.
Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы стипендиаты, тәрбиәләнеүсе Енок Мкртчян спорт көрәше буйынса Рәсәй беренселегенең көмөш, 2023 йылда Панкратион, спорт көрәше буйынса Рәсәй беренселегенең бронза призеры, 2024 йылда Панкратион, спорт көрәше буйынса Волга буйы Федераль округы беренселеге еңеүсеһе.
Благовещендың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Руслан Леонидович Сафиндың тәрбиәләнеүсеһе Данил Трегубов - Панкратион буйынса спорт мастерлығына кандидат, 2021 йылда Волга буйы Федераль округы еңеүсеһе, 2024 йылда уның призеры, Башҡортостан беренселегенең бер нисә тапҡыр еңеүсеһе лә булған.
Етәкселәрҙең тренерҙары, ата-әсәләре ярҙамы менән, шулай уҡ үҙҙәренең ныҡышмаллылығы һәм тырышлығы менән уңышҡа өлгәшкән йәш, әммә титуллы балалар менән аралашып һүҙҙәре бөтмәне. Маладистар һәм сәмсел балаларҙы алда ла уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр көтөп торһон!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: