Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телдәр
1 Февраль 2017, 12:22

Иглиндың мең башҡорттары

Мең ҡәбиләһенең аҫаба ерҙәрен биләүҙә Ҡәнзәфәр бей, Сөплөк бей һәм Ураҙлы Урмановтар ҡатнаша. Ҡәбилә 11 улусҡа бүленә. Улус башлыҡтарына ер бирелә, сиктәре йылға йәки йылға тамаҡтары бөткән йә иһә башланған урындары менән билдәләнә. Иглин ра-йоны Бүләкәй Көҙәй, Ҡобау, Мең, Урман-Көҙәй улустары ерҙәрендә урынлаша. Өфө өйәҙенең Ҡоҙабахты (Ҡәнзәфәр бейҙең оло улы) һәм уның нәҫелдәре алған ерҙәрҙе Мең улусы тип атайҙар.
Мең ырыуы ауылдары



Мең улусы ерҙәренә Меңйетәр һәм Ҡарашиҙе ауылдары, хәҙерге ваҡытта Нуриман районына ҡараған Теңкәш, Байгилде, Үкәрле, Бикмырҙа һәм Иглиндағы Үктәй, Благовещендағы Урта Меңйетәр, Яңы Турбаҫлы (тархан нәҫеле), Яңы Ҡарашиҙе (булаш нәҫеле) инә. Ырыуы – Мең, йылғаһы – Лабау, эскән һыуы – Әүлиә шишмәһе, ҡошо – ҡарсыға, ағасы – ҡайын (имән), ораны – алас (салауат).
Меңйетәр ауылы иһә төрлө исемдәр менән йөрөтөлгән. Мәҫәлән: Меңләр ауылы тип өндәшер булғандар. Башта ауылдың исеме Атйетәр булған, аҙаҡ Мең Атйетәр (Мең улусынан икәнлеген аңлатҡан), ә бөгөн ауыл Иҫке Меңйетәр ауылы тип йөрөтөлә.
Исем бирелеү тарихы
Ауылдың Атйетәр исеме антропонимдан барлыҡҡа килгән. 1832 йылда был ауылға нигеҙ һалыусының улы поход старшинаһы Ғәйнулла Атйетәров йәшәгән, тип яҙа Р. Ғ. Кузеев “Башҡорт шәжәрәләре” китабында. Ауылға исем бирелеү тураһында легендаларҙың береһе бына былай яңғырай: “Ауыл эргәһендәге ерҙәрҙе яулап алғанда атлы һуғышсы ҡатнашҡан икән, шунан ауылға Мең Атйетәр тигән исем бирелә, имеш. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, батша илселәре һуғышҡа ат һорап киләләр. Ауыл кешеләре: ”Беҙҙең улустан һеҙгә мең ат етерме?” – тип һорай. Улар риза була. Шунан ауылға Мең Атйетәр тип исем ҡушҡандар.
Иглин һәм Благовещен бәйләнеше
Ауылдың бер өлөш кешеләре 1900 йылдар тирәһендә хәҙерге Благовещен районына ҡараған ерҙәргә күсеп ултыра. Унда Яңы Мең, Урта Мең, Шишмә ауылдарына нигеҙ һалалар. Мең ауылдары күп булып киткәнлектән, Меңйетәр ауылын Иҫке Мең тип йөрөтә башлайҙар, - тип һөйләй район ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, күп йылдар «Аҡ тирмә» фольклор коллективын етәкләүсе, аҫаба Меңйетәр кешеһе Мәҙинә Ғимәҙиева.
Оло быуын вәкилдәренең һүҙҙәренә ярашлы, башҡа милләт вәкилдәренә үҙ ерҙәрен бирергә теләмәгән башҡорттар төрлө ерҙәргә таралып ултырған. Ырыу, ҡәбиләләр 17-се быуаттарҙа уҡ үҙ ерҙәрен баҫҡынсыларҙан һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Шуға күрә лә улар бер нисә ғаиләне аҫаба ерҙәренә күсереп ултыртҡан. Иглиндағы Меңйетәрҙән күсеп килеп Благовещен районында яңы ауыл төҙөгән башҡорттар ауылға башҡа исем бирмәй. Уны Яңы Меңйетәр тип атай. Улар борондан Мең ырыуы башҡорттары ере, башҡорт ауылы булған тип фаразлай ауыл халҡы.
Яңы урын үҙләштерелә
Меңйетәрҙәрҙең Иҫке йорто – 1600 йылдарҙа, ә әлеге ауыл 1780 йылдар тирәһендә нигеҙләнгән булыуын дәлилләүсе документтар ҙа бар. Иҫке йортта (иҫке ауыл урынын шулай атайҙар) йәшәгән дәүерҙә халыҡҡа бик күп бәлә-ҡаза килә. Ауыл ҡарттары кәңәшләшеп, Лабау йылғаһының икенсе ярындағы тау башына күсеп ултырырға була. Яңы урында ағастар ҡырҡыла, сабынлыҡтар, баҫыуҙар яһала. Ауыл халҡы һан яғынан арта.
Ҡыйыу, уңған меңйетәрҙәр
Меңйетәр кешеләре аяуһыҙ көрәшсе, яусы булып та дан алған. Улар 1812 йылғы Ватан һуғышында ла ҡатнаша. Поход старшинаһы Ҡаранай Искәндәров был һуғышта батырлыҡ күрһәткәне өсөн батшаның Изге Георгий Тәреһе ордены менән бүләкләнә. 1914 йылдағы Беренсе Донъя һуғышында ҡатнашҡан ауыл ир-егеттәренең 10-дан артығы тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтмай. Улар араһында яраланыусылар ҙа күп була. Дәүләтша Әхмәтшин, Мөсәғит Ғәләметдинов, Сәхәүетдин Фазлетдинов, Ғәләлетдин Имаметдинов һуғышты ташлап Петроградта Ваҡытлы Хөкүмәтте һаҡлауҙа ҡатнаша.
Промхоздан артелгә
Меңйетәрҙәрҙең ерҙәрендә урынлашҡан колхоз районда иң алдынғылар рәтендә булған. 1929 йылда, синфи ҡаршылыҡтар аша булһа ла, ауылда “Ҡыҙыл тормош” промхозы төҙөлә. Унда барыһы 160 ғаилә була. Байтаҡ кеше егерменсе йылдар аҙағында төҙөлгән кирбес заводында эшләй. Һуңынан ул заводты Келәш ауылына күсерәләр. “Ҡыҙыл тормош”ҡа өс ауыл – Иҫке Мең, Келәш һәм Ҡарашиҙе берләшә.
1933 йылда “Ҡыҙыл тормош” пром-хозы “Киров” исемендәге ауыл хужалығы артеленә әйләнә. МТС-тар төҙөлгәс, колхозға “Фордзон” тракторы бирелә. Ауыл Советы Үктәй ауылынан Иҫке Меңгә күсә, уның рәйесе итеп Ғәтиәт Әҙиәтуллин тәғәйенләнә.
Үҙәкте өҙгән һуғыш
Иҫке Меңйетәр мәктәбе уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына эҙләнеү осоронда, ололарҙың хәтирәләренә таянып, райондың хәрби комиссариатынан алынған 1939-1944 йылғы хәрби сафтағыларҙың исемлегендә яңы мәғлүмәттәргә тап булған: Үктәй ауыл биләмәһенән барлығы 811 кеше (элекке яҙмаларҙа 612) яуға киткән. Шуларҙың 389-ы кире әйләнеп ҡайтмаған, 363-ө ғәзиз еренә ҡайтыу бәхетенә ирешкән, ә 95-е хәбәрһеҙ юғалған. Меңйетәр ауылынан 171 кеше киткән, шуларҙың 82-һе ҡайтҡан, 70-е үлгән, 19-ының яҙмышы билдәһеҙ. Тылда йәш кенә ҡатын-ҡыҙҙар аслы-туҡлы көнө-төнө тракторҙа ла, комбайнда ла эшләй. Айырыуса Сербаева Мәҙинәне, Фазлетдинова Нәҡиәне, Зәһретдинова Зифаны, Ғиләзетдинова Мәүзөфәне, Гәрәева Фаҡиәне ауылдаштары йылы тойғолар менән иҫкә ала. Районда фронт өсөн иң күп матди ярҙам йыйыусылар Үктәй халҡы була. Улар 40 меңдән ашыу һум аҡса йыйған. Шуның өсөн Үктәй ауыл Советы рәйесе Шәрәфетдинова Фәтҡиә Ғиләзетдин ҡыҙы Новосибирск ҡалаһына, самолет эшләү заводына, исемле самолет алыр өсөн ебәрелә. Аҙаҡ ул самолет осоусы-истребителгә тапшырыла.
“Киров” колхозы ҡаҙаныштары
Һуғыштан һуң “Киров” колхозына етәксе итеп Миҙхәт Нурислам улы Исхаҡов ебәрелә. Ул килгәндә колхоз иҡтисади яҡтан бик артта ҡалған була. Тырыш колхозсылар район, ил күләмендәге алдынғылар сафына сыға. Улар үҫтергән йәшелсәләр Мәскәүҙә ВДНХ-ның ауыл хужалығы павильонында күргәҙмәгә ҡуйыла. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн райондың баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ буйынса беренсе урынды алған хужалыҡтарына бирелә торған күсмә Ҡыҙыл Байраҡ ошо колхозда ҡалдырыла.
Бөгөнгө ауыл
Бөгөн Меңйетәр ауылы ингән Үктәй ауыл Советында биш ауыл иҫәпләнә. Ауылда тормош ҡайнап тора. Ауыл Өфө ҡалаһына яҡын булһа ла, халыҡ ситкә итмәй. Ауылда яңы йорттар төҙөй, мал-тыуар аҫрай. Ярты йыл эсендә генә унға яҡын яңы йорт ҡалҡып сыҡҡан. Меңйетәр, Үктәй, Һарт-Лабау ауылдарында мәсеттәр бар. Кескәйҙәр теләп балалар баҡсаһына йөрөй, ә мәктәп уҡыусылары уҡыуҙа һынатмай. Сәләмәт тормош алып барған тырыш, егәрле ауыл халҡы үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Әсәҙуллин һәм Харрасовтар крәҫтиән фермер хужалыҡтары тота. Улар ауыл кешеләрен эш урындары менән тәьмин итә. 2007 йылда асылған “Урал тау” ойошмаһы тәбиғи таш эшкәртеү менән булыша.
Иҫке Меңйетәр ауылының тарихы бай, киләсәге яҡты тип әйтһәк, буш һүҙҙәр булмаҫ. Ауылда рухлы, Иглин районының тотҡаһы булырҙай башҡорт ғаиләләре дан итеп йәшәй.
Читайте нас: