Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телдәр
12 Ноябрь 2020, 18:00

Туған телгә һөйөү – балалар баҡсаһынан

Кескәйҙәр тырышып башҡорт телен өйрәнә

Октябрь башында район үҙәгендәге «Аҡбузат» балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса төркөм асылды. Педагогтарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт халыҡ әкиәтендәге тылсымлы ат исемен йөрөткөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы был төркөмдө асыуға тәүге аҙым яһарға бурыслы.
«Ҡояшҡай» төркөмөндә урта йәштәге балалар шөғөлләнә. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә. Тәрбиәселәр Р. Ш. Фәттәхова, А. Н. Ибраһимова Ф. Ғ. Аҙнабаева, З. Ғ. Нафиков авторлығындағы төрлө милләт сабыйҙары өсөн тәғәйенләнгән «Осҡон» программаһы буйынса шөғөлләнә. Программа балалар эшмәкәрлегенең төрлө варианттарын тәҡдим итә, улар араһында - уйын, тәбиғәткә экскурсия, нәфис әҙәбиәт уҡыу, музыка һәм һынлы сәнғәт. Программаның төп маҡсаты - башҡорт телен өйрәтеү, телмәр үҫтереү.
Төркөмдә яҡшы шарттар булдырылған. Ул бөтә кәрәкле ҡорамалдар һәм методик әсбаптар менән йыһазландырылған. Методик әҙәбиәт, сюжетлы уйындар өсөн милли кейем атрибуттары һатып алынған. Мини-музейҙа тыуған яҡты өйрәнеү буйынса дәрестәр үткәрелә, унда иҫтәлекле даталарға арналған тематик күргәҙмәләр ойошторола.
Белем биреү эшмәкәрлегендә тәрбиәселәр яңы технологиялар, аудио –видеоматериалдар, күргәҙмә әсбаптар ҡуллана. Балалар башҡорт халҡының традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын бик теләп өйрәнә.
Башҡорт телен өйрәнеү төркөмө бер ай ғына эшләй. Ошо ваҡыт эсендә балалар башҡорт телендә бер-береһен сәләмләргә, рәхмәт әйтергә, ҡайһы бер башҡорт ашамлыҡтары исемдәрен, уйынсыҡтар атмаларын, ғаилә ағзаларын әйтергә өйрәнделәр.
Тәрбиәселәрҙең алда пландары күп. Ата-әсәләр ярҙамы менән улар милли атрибуттар менән биҙәлгән башҡорт тирмәһен ҡорорға уйлайҙар. Артабан ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн милли кейемдәр тегәсәктәр.
Педагогтар «Ҡояшҡай» төркөмөндә шөғөлләнгән балалар мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә ауырлыҡ кисермәйәсәк, ти.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы, хөкүмәт яғынан башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Был өлкәлә ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙар төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың шәхси контроле аҫтында.
Читайте нас: