

Яңы Меңйетәргә юл төшкәндә ауылдың иң оло кешеләренең береһе булған Әнисә Йомағужинаға ла һуғылдыҡ. Оло кешенең хәлен белеп, күрешеп сығыуҙы хуплап ҡаршы алған хужабикә беҙҙе күптән көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтай күңеленә яҡын итте. Самауыры ҡайнап ултырған өҫтәленең түренә саҡырып та ултыртты. Тәмле ҡоймаҡ, яңы һарҡытылған бал менән сәй эсә-эсә, күптәнге таныштарҙай һөйләшеп киттек.
Иглин районының Иҫке Меңйетәр ауылынан 1957 йылда Яңы Меңйетәргә килен булып төшкән ағинәйҙең 59 йылдан ашыу ғүмере ошо ерҙәр менән бәйләнгән.
- Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдың 1 октябрендә донъяға килгәнем. Атайым һуғышта үлеп, мосолмандарға хас йола буйынса әсәйем бер туған ҡәйнеше, атайымдың һуғыштан ҡайтҡан Ғәйнетдин исемле энеһенә тормошҡа сыға. Үҙҙәренең уртаҡ алты балаһы араһында мин дә иркен үҫтем. Атайым мине бер ҡасан да ситкә типмәне. Булғанын уртаҡ бүлеп ашатты, кейендерҙе. Күрше Үктәй ауылында ете класты тамамлап, уҡыуымды Иҫке Ҡобау мәктәбендә дауам иттем. Тап ошо мәлдә, мине, 16 йәшлек ҡыҙҙы, Благовещен районының Яңы Меңйетәр ауылынан Сәйетғәли Йомағужин кәләшлеккә урланы. Беҙҙең ауылда йәшәгән туғандарына килеп йөрөгән Сәйетғәли мине күптән күреп, оҡшатҡан булған икән. Һигеҙ йыл элек донъя ҡуйған ирем менән заманына күрә яҙмыштарыбыҙ ҙа оҡшаш. Бала сағыбыҙ һуғышҡа тура килгән быуын булараҡ, бәләкәйҙән ауыр эшкә егелдек, һуғыштан һуңғы йылдар бигерәк ауыр булды. Әле иҫләйем дә шул саҡта төп эшсе көс булған йәштәштәремде йәлләп ҡуям. Аслы-туҡлы, иҫке кейем, сабата кейеп, Иҙәк совхозында йәшелсә үҫтерҙем, умарталыҡта бал ҡорттарын ҡараным, ипле Сәйетғәлием ғүмере буйы урмансы булды. Ҡартымдың белмәгән эше юҡ ине: ҡулында тимер ирей, ағас бөгөлә, таш ҡомға әүерелә. Иремдән бик уңдым. Ғүмер буйы яҡшы атай, иғтибарлы ғаилә башлығы, ышаныслы терәк булды. Әле улдарым да атаһы миҫалында ошо уҡ сифаттарға эйә. Ҡайғыларҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла сабыр ғына үткәреп, гел алға ынтылып йәшәнек, хәләл көсөбөҙ менән донъя көттөк. Фәнзилебеҙ Афғанстанда хәрби хеҙмәт үткәндәге кисерештәрҙе, уйҙарҙы үҙебеҙ генә беләбеҙ, - тип хәтер ебен һүтте әңгәмәсем.
Йәшләй генә табышып, ҡауышҡан Йомағужиндар ғаиләһендә бер-бер артлы биш бала тыуа. Ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, мәктәптә уҡыуын да тамамлай, һөнәрле лә була үҙҙәре. Булғанды һаҡларға, исраф итмәҫкә өйрәнгән Сәйҙелғәли һәм Гөлнәфис, Фәнзил һәм Раушания, Флүз һәм Ләйсән пар ҡанат булып, дәрт-дарман менән донъя көтә. Килендәренең һәр береһен маҡтап телгә алған Әнисә әбей улар менән һоҡланыуын йәшермәй. Эшкә уңған, төҫкә сибәр, кешелекле булыуҙарын билдәләй һәм уларҙы тәрбиәләгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына рәхмәт әйтә. Альбина менән Эльвираһы Өфөлә, Иҫке Турбаҫлыла кейәүҙәре менән бер-береһен тын алышынан һиҙеп, күркәм, етеш тормошта йәшәй. 12 ейән-ейәнсәрен өҙөлөп яратҡан өләсәйҙең 7 бүлә-бүләсәре лә бар. Тыныс, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, өй мәшәҡәттәре менән мәшғүл аҡыллы, тәмле телле, йор һүҙле өләсәй уларҙың барыһын да тигеҙ ярата. Кәрәк саҡта кәңәш биреп өйрәтеп тә ебәрә. Биш намаҙын ҡалдырмай уҡыған Әнисә Йомағужина ауылда мәсет булмаһа ла, аяттар, ҡорбан аштары уҙғара. Уның үҙен, өлкән йәштәге ағинәйҙе ололар ҙа, йәштәр ҙә бындай сараларҙан ҡалдырмай. Урыны һәр саҡ түрҙә булған Әнисә әбей был йәһәттән күберәк йәштәрҙең ихлас булыуына ҡыуана, һәр саҡ атаһын, ете быуынғаса барса нәҫелен барлаған балалары ла олатай-өләсәйҙәренең рухын шатландырып, уларҙың өйрәткәндәрен, әйткәндәрен иҫләп, хәйер-саҙаҡаһын биреп тора.
Матур эштәренә, көткән донъяһына һоҡланырлыҡ шәхестәрҙең береһе ул Әнисә Зәйнетдин ҡыҙы Йомағужина. Шатлыҡлы тормош насип булһын алдағы киләсәктә һеҙгә, оло йөрәкле ағинәй. Тамырҙарын һаҡларға, быуындар бәйләнешен дауам итергә ынтылған балаларыңа терәк-таяныс булып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын.