Шишмә районының Ябалаҡлы ауылы халҡы илебеҙҙә, республикабыҙҙа барған акция,бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. 23 апрелдә онлайн форматта үткән "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" тҡа ла ауылдаштар араһынан 9 кеше ҡушылды.
-Бөгөнгө көндә телебеҙҙең бәҫен күтәреү, уның мөһим һәм кәрәкле булыуын иҫбатлаған был сара бик ваҡытлы ойошторолдо. Халҡыбыҙҙы берләштерә, туплай, телгә һөйөү уята,- ти диктантта ҡатнашыусыларҙың береһе Рәүзилә Хаматшина.
-Күптән диктант яҙыусылар рәтенә ҡушылырға хыяллана инем. Ябай бер диктант яҙыуҙың халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүе, уның күркәм сараға әүерелеүе үҙе үк йөрәктә рух күтәренкелеге лә йәшәтә,- тип һүҙгә ҡушыла Рәйлә Әхмәтшина.