46 йыл ғүмер кисергән өй хужалары бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап тора. Дүрт бала атаһы булған Мәсхүт ағай балалары, 8 ейән-ейәнсәре тураһында ҙур ҡәнәғәтлек менән һөйләй.
-Улыбыҙҙы телевизор -радионан тыңлап, уның менән ғорурланып, уға сәләмәтлек теләп ултырабыҙ, - ти Вәсилә Әсҡәт ҡыҙы, улдары -Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтов тураһында.
Бала саҡтан эшкә күнегеп үҫкән Миңлеәхмәтовтар хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай, баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә- емеш үҫтерә, тиҫтәләгән кәзә-һарыҡ,ҡуян, ҡош-ҡорт аҫырай, ҡалалағы балаларын аҙыҡ- түлек менән тәьмин итә. Балалары ла егәрле, ата - әсәһенә ярҙам итеп тора.Татыу ғаилә әүҙем ял итергә лә ваҡыт таба, гәзит-журнал уҡырға ла өлгөрә. Өй хужаһы йома намаҙын да ҡалдырмай,ауылда үткән сараларға ла Миңлеәхмәтовтар парлап йөрөй.
-“Йәйғор” ҙо яратып уҡыйбыҙ, киләһе йылға ла яҙылдык. Ябалаҡлы “Айыҡ ауыл -2021” бәйгеһендә ҡатнашты, үҙебеҙ ҙә шунда ҡайнаштык, район-ара нәшер ителгән гәзит биттәрендә ауыл халҡын күреп, улар хаҡында мәғлүмәт уҡыу бигерәк тә ҡыҙыҡлы булды,- ти Мәсхүт Нәбиәхмәт улы.
Гәзит уҡыусыларын да буш ҡалдырманы, баҫманы даими алдырған Миңлеәхмәтовтарға приз - юрған тапшырылды.