Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телдәр
9 Февраль 2023, 09:36

Бер телдән дә телем кәм түгел

Ҡасабаның 4-се һанлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Альбина Хәмидова балаларҙа башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу теләге менән янып йөрөй.

Бер телдән дә телем кәм түгел
Бер телдән дә телем кәм түгел

Ҡасабаның 4-се һанлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Альбина Хәмидова балаларҙа башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу теләге менән янып йөрөй.
– Аҙнаһына бер сәғәт уҡытылған башҡорт теле дәресе менән генә баланы телгә өйрәтеү мөмкин түгел. Тел – күберәк өй мөхитендә формалаша. Милли музыка, ата-әсәнең бала менән үҙ телендә аралашыуы мөһим факторҙарҙың береһе булып торһа, ә милли кейемдәр улар күңеленә рух күтәренкелеге лә өҫтәй, - ти әңгәмәсем.
Мәктәптә үткән Башҡорт теле көнөндә халыҡ уйын ҡоралдары - ҡумыҙ, ҡурай тураһында мәғлүмәт алырға, милли эсемлек – ҡымыҙ яһау серҙәре менән буклеттарҙан уҡып танышырға була ине. Халҡыбыҙҙың эш ҡоралдары, һауыт-һаба, сигелгән таҫтамал-һөлгөләре, биҙәүестәре ҡуйылған бәләкәй музейҙы уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, ә уҡытыусылары – Альбина Фирғәт ҡыҙының ҡумыҙҙа уйнауын хайран ҡалып тыңланы. Төрлө милләт балалары - башҡорт ҡыҙы Розалия Мәжитова, үзбәк малайы Джәлил Юлдашев, татар ҡыҙы Ралина Уразмәтова, рус ҡыҙы Динара Нурморатова Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын башҡорт телендә уҡыны.
Асыҡ дәрестәр аша Башҡортостаныбыҙға, әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыу теләге менән янып йәшәй һәм эшләй Альбина Хәмидова. Республика буйлап сәйәхәт дәресендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле, уның тарихы менән танышһа, ә алдағы дәрестәрҙә «Ете ҡыҙ» риүәйәтен өйрәнәсәктәр.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас итәғәтле, һөйкөмлө, әҙәпле итеп һөйләшә белгән ихлас уҡытыусыға эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: