Бәйге ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә үтте. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, төбәк хеҙмәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы).
«Ғаилә ижады», «Ғаилә һөнәре» һәм «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияларында Архангел, Ауырғазы, Өфө, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондары, шулай уҡ Өфө ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең район исеменән конкурста Илдар һәм Әлфиә Нуриевтар ғаиләһе сығыш яһаны һәм «Ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары» номинацияһында еңеүсе булды. 2021 йылда ошо уҡ бәйгелә Нуриевтар «Ғаилә ижады» номинацияһында 3-сө урын алды.
Нуриевтар ғаиләһе төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. 2019 йылда ғаилә башлығы үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Илһөйәрлек» номинацияһында йыл һайын үткәрелеүсе «Төбәк лидерҙары» милли телевизион премияһы лауреаты булды.
Илдар һәм Әлфиә Нуриевтар биш ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Улар студент йылдарында – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған саҡтарында танышалар. Тиҙҙән дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелә һәм йәштәр өйләнешергә ҡарар итә. Диплом алғас, ғаилә Илдарҙың тыуған ауылы Һарт-Лабауға ҡайта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген йәш педагогтар Меңйетәр мәктәбендә башлай: Әлфиә – биология һәм химия, ә Илдар технология уҡыта.
2015 йылдан Илдар хәҙрәт «Шәйхулла» мәсетенең имам-хатибы. Ул Өфө ҡалаһындағы «Ғәлиә» ислам колледжында махсус белем ала, даими рәүештә квалификация күтәреү курстары үтә. Алған белемен балалары һәм мәсеткә йөрөүселәр менән ихлас уртаҡлаша. Мәсеттә мосолман байрамдары үткәрелә, йолалар башҡарыла.
Ғаилә башлығы Илдар Нуриев – Һарт-Лабау ауылының иң әүҙем кешеләренең береһе. Ул ауылдың, айырыуса үҫеп килгән быуындың яҙмышына битараф түгел. Уның инициативаһы буйынса ауылда сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн күмәк саралар уҙғарыла.
Илдар Нуриев ауылдаштары, район халҡы араһында абруй менән файҙалана, күптәр өсөн өлгө булып тора. Уға тиңләшәләр, уның фекеренә ҡолаҡ һалалар. Илдар һәр кем менән уртаҡ тел таба белә, намыҫлылығы, әҙәплелеге, тырышлығы менән үҙенә ҡарата ихтирам яуланы. Имам-хатиб, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү өгөт-нәсихәттәр менән генә мөмкин түгел, шәхси өлгө күрһәтергә кәрәк, тип иҫәпләй.
Нуриевтар ғаиләһенең девизы: «Дин, мәҙәниәт һәм спорт – ғаиләбеҙҙең нигеҙе». Өлкәндәрҙең төп маҡсаты – балаларҙы тәрбиәләү, уларҙың тормошон бәхетле итеү.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының зона этабы йомғаҡтары буйынса Нуриевтар ғаиләһе финалға үтте. Уларҙың еңеүҙәрен теләйбеҙ. Еңеүселәр 1 мартта – башҡорт ғаиләһе көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында иғлан ителәсәк.