Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телдәр
9 Март 2023, 15:31

Яҙ- шағирәләр мәле

Шулай тип аталды һәүәҫкәр шағирәләрҙең ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған сираттағы осрашыуы.

Яҙ- шағирәләр мәле
Яҙ- шағирәләр мәле

Шулай тип аталды һәүәҫкәр шағирәләрҙең ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған сираттағы осрашыуы.
Байрам булғас ҡунакһыҙ булмай,татар ҡатын- ҡыҙҙары ойошмаһы "Сәхипжамал"дың ҡыҙҙары һәм филиал етәксеһе Ғәлиә Арыҫланова ла шиғри күстәнәстәр менән килгәйне.
Райондың башҡорт ҡатын-ҡыззары ойошмаһының рәйесе Лилиә Сәлихова,район ҡатын-ҡыззар советы рәйесе Илюзә Ғөбәйҙуллина ҡотлау һүҙе һәм илдәге хәл-вакиғаларга ҡағылышлы ҡатын-ҡызҙаоҙың әүҙем эшен баһалап үттеләр.
Петр Самойлов сараға йырҙары менән дәрт өҫтәһә,Хәмит Кәримов,Анатолий Мужайлов гүзәл заттарға арналған шиғырҙары аша һоҡланыуҙарын еткерҙе.
Йәшәү йәме, донъя күрке булған ҡыҙҙар Мария Ибраһимова,Зөлфирә Хәйруллина ,Рәфиҙә Бәкәева һ.б. яҙ,наҙ, һөйөү хистәре менән һуғарылған.шиғри шәлкемдәре аша сарага йәм өҫтәне.
Ваҡыттарын бушҡа уҙғармай,бер ғаилә кеүек аралашып,конкурстарҙа ҡатнашып,илдәге хәлдәрҙе үҙ йөрактәре аша үткәреп,шиғырҙары,эштәре менән әүҙем ҡатнашып,ижад итеп йәшәй ил инәләре- ағинәйҙәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ- гүзәл заттарыбыҙ.

Яҙ- шағирәләр мәле
Яҙ- шағирәләр мәле
Автор:Лена Булатова, Шишмә районы.
Читайте нас: