Йәйғор
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Телдәр
6 Февраль , 11:16

“Алға”- финалистар араһында

Райондың мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Зырянова “Педагог һәм Остаз”, “Бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр” йылына арналған «Остаз» республика конкурсында Благовещен районы намыҫын лайыҡлы яҡлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына һәм тәрбиәселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

“Алға”- финалистар араһында
“Алға”- финалистар араһында

Мәғарифты үҫтереү институтының Милли Мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған был конкурс иң яҡшы педагогик идеяларҙы таратыу өсөн профессиональ киңлек булдырыуға, педагогтың хеҙмәт абруйын һәм остаздың социаль статусын күтәреүгә йүнәлтелгәйне. Конкурстың һайлап алыу этабы 7 муниципаль зонала май айынан ноябргә тиклем барҙы. Унда барлығы 56 команда ҡатнашты. 2023 йыл дауамында барған “Остаз” республика конкурсы республика буйлап яңынан-яңы исемдәр асты, тел, белем һәм рух байрамына, алдынғы педагогтарҙы йыйған абруйлы майҙансыҡҡа әүерелде.
Финал уйынының һайлап алыу этабында еңеп сыҡҡан 9 команда араһында Благовещен районының “Алға” командаһының финалист исемен яулауы ҙур мәртәбәгә лайыҡ. Ярыштар команданың презентацияһынан, Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм тарихы буйынса «Этно-квиз» дан торҙо, унда хөрмәтле район педагогтары үҙҙәренең эшенең алдынғы тәжрибәләрен тәҡдим итте, берлектәге ижад һәм һөҙөмтәле методикаларын күрһәтте.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: