Хөрмәт Айытбаев 1979 йылда Әбйәлил районының Мәхмүт ауылында дүртенсе бала булып донъяға килә. Тыуған яғының гүзәл тәбиғәте уның күңелендә тыуған ергә ҡарата һөйөү уятҡан һәм шиғырҙар булып тыуған. Ул бәләкәй сағынан уҡ тасуири итеп шиғырҙар һөйләй, иншаларҙы йөкмәткеле, диктанттарҙы хатаһыҙ яҙа.
Мәктәпте тамамлағас, ул һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, уҡыу йортон автослесарь-механик белгеслеге буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Әҙәбиәткә ғашиҡ егет 2002 йылда уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында дауам итә. Ошо уҡ йылда Иглин районына күсеп килә, уны район үҙәгендәге 4-се мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә алалар.
Тырыш уҡытыусы 2004 йылдан директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, ә 2012 йылда етәкселек оҫталығы булған Хөрмәт Айытбаевты мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул 100-ҙән артыҡ уҡытыусыны үҙ ҡанаты аҫтына ала. Хөрмәт Әхмәт улы даими белемен ҡамиллаштырып тора. Ул Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында, Рәсәй Федерацияһының кооперация университетында белем ала.
“Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар”, ти үҙенең туған теленә ғашиҡ Хөрмәт Айытбаев. Талантлы уҡытыусы дәрестәрендә йәш быуында туған телгә, тыуған илгә, ергә, халҡыбыҙға, уның тарихына, әҙәбиәтенә, сәнғәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләй. Хөрмәт Әхмәт улы башҡорт теле уҡытыусылары Нурия Айытбаева, Рәмилә Хәлитова, Элвир Әғзәмов, Зәлиә Илембәтова менән бергә халҡыбыҙҙың йөрәк тибешен тойоп, уның тамырҙарынан һут алып, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүгә, уларҙа яуаплылыҡ хисе, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләүгә бөтә көсөн һала. Мәктәптә йыл әйләнәһенә бик күп саралар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, милли кейем көндәре, асыҡ дәрестәр, семинарҙар юғары кимәлдә үткәрелә.
Хөрмәт Әхмәт улы директор булараҡ, бик талапсан, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Коллегалары етәкселәрен маҡтап ҡына телгә ала.
Яуаплы эшендә Хөрмәт Әхмәт улына ғаиләһе ҙур терәк булып тора.
Ошо тиклем күп, төрлө йүнәлештәрҙә алып барылған эштәр балаларҙың дөйөм үҫешендә эҙһеҙ ҡалмай. Мәктәпте тамамлаған сығарылыш класс уҡыусылары төрлө уҡыу йорттарында белем алып, тыуған илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып хеҙмәт итә.
Тыуған иле, тыуған мәктәбе өсөн тырышып эшләгән Хөрмәт Айытбаев күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
...Ябай ғына хеҙмәт юлы кеүек, бер ҡараһаң. Шул ғәҙәти генә юлда ни тиклем яҡшы эштәр ҡылынған да, үткәндәр аҡ еп булып һуҙылған!