Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Февраль 2017, 12:12

“Мин – ирекмән, мин алда барам”, - тип яңы уңыштарға үрләй Иглин йәштәре

Үтеп киткән 2016 йылда Иглин районында ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй башланы. Ә иң ҡыуандырғаны хәрәкәттең барлыҡҡа килеүе лә түгел, ә йәш быуындың был хәрәкәткә дәррәү ҡушылып китеүе булды.
“Алпамыш” үҫмерҙәр спорт клубында ойошторолған ойошмаға ирекмән булырға теләүселәр ғаризаларын килтереп кенә торҙо. Шуға ла йыл башланыу менән тап ошо яуаплы һәм талапсан йәш быуынға йүнәлтелгән “Мин – ирекмән” тип аталған форум-слет үткәрелде.
Был сараға Иглин ауылының дүрт мәктәбендә ойошторолған “Һаулыҡмы, имиджмы?”, “Изгелек ҡыл”, “Өлкән дуҫ”, “Еңеү ирекмәндәре” тигән отрядтар килде. Уларҙы ирекмән эшенең бар нескәлектәренә төшөндөр-ҙөләр, уның ниндәй булырға тейешлеген һөйләнеләр. Лекцияларҙы Башҡортостан скауттар ойошмаһы етәксеһе Марина Таран үткәрҙе. Уҡып алғандан һуң йәштәргә практик курс та ойошторолдо. Форумдың был өлөшөндә проекттар төҙөргә, хаталар менән эшләргә өйрәттеләр. Ирекмәндәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яңы белемдәрҙе һеңдереп ултырҙы.
Йыл әйләнәһенә сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеүсе ирекмәндәр маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән билдәләнде.
- Ирекмәндәр тураһында беренсе тапҡыр Рәсәйҙә үткән Олимпиада барышында ишеттем. Шул ваҡытта уҡ ирекмән булыу уйы тыуғайны. Ирекмән булыу ҡыҙыҡ та инде. Төрлө сараларҙа ҡатнашаһың, яңы кешеләр менән танышаһың. Ра-йонда был ойошма барлыҡҡа килеү тураһында иғлан сыҡҡас та яҙылдым. Мин “Һаулыҡмы, имиджмы?” тип аталған отрядта торам. Беҙ районда йәштәр комитеты тарафынан үткәрелгән сараларҙа ҡатнашабыҙ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Илнар Мырҙағолов.
Форум үтте. Алған мәғлүмәттәрҙән уҡыусылар ҡәнәғәт ҡалды.

Читайте нас: