Бразилияла БРИКС саммиты үтте. Унда беҙҙең Президент та барҙы. Сара ваҡытында Владимир Путин журналистарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Осрашыуҙа унан быйыл мартта ҡул ҡуйған бер закон тураһында ла һоранылар.
Ул документ власты йәберләүгә бәйле. Был законды ла халыҡ бик өнәп етмәне. Сөнки кешеләр, уны түрәләр намыҫһыҙ рәүештә файҙаланасаҡ, тип уйланы һәм уйлайҙыр ҙа.
“Закондың эшләүен тояһығыҙмы?” - һорау шундай булды.
Президенттың яуабы, һәр ваҡыттағыса, тос һәм ҡыҫҡа:
- Она не носит какого-то запредельного характера.
Главный смысл, не в том, чтобы прекратить всяческую критику со стороны людей в отношении власти. Она должна быть, она должна сохраниться, быть действенным инструментом улучшения функционирования самой власти. Власть в этом заинтересована.
Шулай булғас, ҡурҡмағыҙ, власҡа әйтәһе һүҙегеҙҙе (әлбиттә, урынлы тәнҡит булһын) ҡурҡмай, дөрөҫлөктө ярып әйтегеҙ.