Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
3 Декабрь 2019, 10:55

Путин Нальчикта Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе

Баштан уҡ ул Төньяҡ Кавказдың үҙенсәлекле күп милләтле төбәк булыуын билдәләне, халыҡтарҙың һәр береһе үҙенә күрә айырылып тороуын әйтте.

Рәсәй Президенты Ҡабарҙы-Балҡар республикаһының баш ҡалаһы Нальчикта милләт-ара мөнәсәбәт буйынса Советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе, тип яҙа Йәшлек.
Бында башлыса Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы буйынса ҡуйылған маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында фекер алыштылар.
Баштан уҡ Владимир Владимирович Төньяҡ Кавказдың үҙенсәлекле күп милләтле төбәк булыуын билдәләне, халыҡтарҙың һәр береһе үҙенә күрә айырылып тороуын әйтте.
– Каждый из них неповторим, самобытен, по праву гордится своей историей, языком, культурой, своими героями, своими тружениками, спортсменами. Здесь чтят традиции, такие как гостеприимство, уважение к родителям, старшим, к семье.
И конечно, народы Кавказа не раз делом доказывали свою искреннюю любовь к родной земле, готовность подняться, встать как один на защиту нашего общего большого Отечества, на защиту России, – тип билдәләне Путин.
Шуға ҡарамаҫтан милләт-ара мөнәсәбәт тә һәр ваҡыт иғтибар талап итә торған өлкә. Ул кешенең сәләмәтлеге кеүек – даими күҙәтеүҙә тоторға кәрәк.
Ил башлығы төбәктәр етәкселәрен милли сәйәсәтте шәхсән контролләргә, милли-мәҙәни берлектәргә, ойошмаларға таянырға саҡырҙы.
– Милләт-ара мәсьәләләрҙе ошо тармаҡта эшләү тәжрибәһе булған белгестәр алып барырға тейеш. Өҫтәүенә, һәр төбәк өсөн миграция сәйәсәте лә, хеҙмәт миграцияһы темаһы ла көнүҙәк булып тора. Мигранттар адаптация үтһен өсөн уйлап эшләнгән, һөҙөмтәле саралар кәрәк, – тине Президент.
Читайте нас: