Тәүҙә дәүләт башлыҡтары етеп килгән Яңы 2020 йыл менән ҡотлашты. Рәсәй-Фин мөнәсәбәттәренең үҫешенә ҡәнәғәтлек тә белдерҙеләр.
Эйе, беҙ был Скандинавия иле менән арыу ғына хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был юҫыҡта тағы ла нығыраҡ эшләргә кәрәк. Президенттар әлеге һөйләшеүҙәрендә ошоға ла баҫым яһаны.
Владимир Путин Саули Ниинистегә Украина эсендәге конфликтты яйға һалыу тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Декабрь башында Парижда уҙған "норманд форматы"ндағы һөйләшеү һөҙөмтәләре менән дә таныштырҙы.
Әйткәндәй, был арала беҙҙең Президент ныҡ тығыҙ графикта эшләй. Ул төрлө сит ил лидерҙары менән телефондар һөйләшһенме, ул Яңы йыл менән ҡотлау телеграммалары имзалап юллаһынмы, ул Рәсәй халҡын ҡотларға әҙерләнһенме - йыл аҙағында шулай мәшәҡәт, әйтергә кәрәк, ҡыуаныслы мәшәҡәт, күбәйә лә китә.
Бөгөн 23.55 минутта Владимир Путиндың ҡотлауын тыңларға һәм ҡарарға онотмағыҙ, йәмәғәт!