Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Ғинуар 2020, 12:00

Завод эшселәренә бүләктәр

Яңы йылға акция ойошторолдо

Яңы йыл алдынан Благовещен арматура заводы һәр эшсеһе өсөн "Бүләктәр яуа" тигән байрам алды акцияһын ойошторҙо.
Завод етәкселеге һуңғы өс йыл эсендә “Үҙ эшеңде башла" социаль эшҡыуарлыҡ проекты еңеүселәрен йәлеп итеп, улар ярҙамында 2000 яҡын бүләк әҙерләне. Берләштерелгән металлургия кампанияһы Благовещен арматура заводы менән берлектә тормошҡа ашырған был проектта ҡатнашып, еңеү яулаған эшҡыуарҙар эшселәргә үҙҙәре етештергән сувенирҙар, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүгә сертификаттар тәҡдим итте.
- Етәкселәребеҙ уйлап сығарған, ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өләшеп биргән бүләктәр бик оҡшаны. "ВоБлаго" йәмғиәтенең тоҙ мәмерйәһенә 10 тапҡыр йөрөр өсөн сертификат оттом. Ҡышҡы осорҙа һаулыҡты нығытып алыр өсөн бик ваҡытлы бүләк булды, - тип һөйләне заводтың механик йыйыу цехы туҡыусыһы Константин Петров.
"Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк" тигәндәй, эш бүләктең ҙурлығында түгел, ә һәр эшсегә иғтибар мөһим һәм маҡтаулы.
Читайте нас: