Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
10 Ғинуар 2020, 18:55

Ғаиләләр бәйгеһе

​Ғинуар айында барған “Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020” республика фестиваленә Нуриман халҡы ла дәррәү ҡушылды

Райондың бөтә мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында әүҙем ғаиләләр етеҙлектә, мәргәнлектә, таҫыллыҡта, тиҙлектә көс һынашты. “Күңелле старттар”, төрлө спорт бәйгеләре мауыҡтырғыс сараға әйләнде. “Сәләмәт быуын – көслө регион” проекты сиктәрендә ойошторолған был сара республикабыҙ халҡының һаулығын хәстәрләүгә йүнәлтелгән.
​Яңы Субай мәктәбенең спорт залында үткән ғаиләләр араһындағы ярышта Ҡотдосовтар беренсе, Тазетдиновтар икенсе, Мәғҙәнуровтар өсөнсө урын яуланы. Ә Иҫке Күл ауылында Хәйертдиновтар беренселекте ҡулдарынан ысҡындырманы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Нуриевтар һәм Рәхмәтуллиндар ғаиләләре бүлеште.
Читайте нас: