Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
19 Ғинуар 2020, 13:15

2020 йыл - Хәтер һәм Дан йылы

Бер ветеран да иғтибарһыҙ ҡалмаһын

Ошо хаҡтағы указға Ил Президенты Владимир Путиндың ҡул ҡуйыуы беҙгә күптән мәғлүм инде.
Тарихи хәтер һаҡлаған һәм Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу уңайынан һуғыш ветерандарына оло иғтибарҙы йүнәлтеү бөгөн- төп маҡсатыбыҙ булып ҡала. Иҫтәлекле урындар, һәйкәлдәр яңынан төҙөкләндерелә. Яу яланында беҙҙең матур, етеш йәшәйеш өсөн башын һалған, тере ҡайтҡандары ла күптән мәрхүм булған яҡташтары хаҡындағы иҫтәлек иҫке надеждиндар йөрәгендә ныҡлы урын алған. Улар иҫтәлегенә ауылдаштар тырышлығы менән ҡуйылған һәйкәл дә ошо мөнәсәбәтте йәнә иҫбат итә. Һәр йыл 9 майҙа ошо урында үткән митингҡа йыйылған халыҡ "Үлемһеҙ полк" акцияһына теләп ҡушыла. Әле яңыраҡ ауыл мәҙәниәт йорто директоры Надежда Янькова етәкселегендә улар уҡыусылар менән патриотик рухта әңгәмә ойоштороп, Хәтер һәм Дан йылына арнап, төрлө мәғлүмәттәрҙән күргәҙмә лә әҙерләп ҡуйған. Бөгөнгө үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәренә яугирҙарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығы хаҡында һөйләү мөһим.
Читайте нас: