Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
7 Февраль 2020, 16:30

Тарихты хөрмәтләгән балалар

Бында иҫтәлектәр һаҡлана

Үткән менән бөгөнгө тормошто бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡылар һаҡланған изге урын булған музейға йөрөүселәр һаны артҡандан - арта бара.
Благовещен ҡалаһындағы тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейында мәктәп уҡыусылары, студенттар йыш була. Әле яңыраҡ бында Удельно - Дыуанай мәктәбе уҡыусылары килеп китте. Ҡыҙыҡһыныусан, аҡыллы, асыҡ күңелле, ихлас балалар экскурсоводтар һөйләгән хәбәрҙе йотлоғоп тыңланы. Уларҙы айырыуса ҡалаға нигеҙ һалған Благовещен арматура заводының үткәне ҡыҙыҡһындырҙы. Балалар Ағиҙел йылғаһы ярында табылған мамонт тешен дә әйләндереп, тотоп - тотоп ҡараны, араларынан ҡыйыуҙары Бөйөк Ватан һуғышы яугирының каскаһын кейеп, автоматы менән иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Әлеге заман балалары текстар баҫыу машинаһына ла иҫе китте. Ни тиһәң дә, улар бит компьютерға өйрәнгән.
Ауылдан ҡалаға экскурсияға килгән уҡыусылар музейҙағы экспонаттарҙың күп булыуына һоҡланыуын йәшермәне.
Читайте нас: