Сарала «Пилеш» сыуаш халыҡ ансамбле лә ҡатнашты. Яратҡан ансамблдәренең сығышын ҡараға бик күп тамашасы йыйылды.
Был коллектив ивано-казанкаларға күптән таныш. Ул урындағы концерттарҙа ҡатнаша, сығыштары менән райондың барлыҡ сараларын биҙәй, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Бына бөгөн дә сыуаш халыҡ ансамбле ағзалары тамашасыларға дәртле, күңелле йырҙарын бүләк иттеләр.
Сыуаш-Ҡыбау һәм Ивано-Казанка үҙешмәкәр коллективтары араһында инде күптән матур йола йәшәй – улар бер береһенә “ҡунаҡҡа” йөрөй, ауыл халҡы алдында концерттар менән сығыш яһай.
«Пилеш» коллективын 2012 йылдан башлап Василий Антонов етәкләй. Был талантлы үҙешмәкәр аккомпаниатор ролен дә үтәй. Ул шиғырҙар ҙа яҙа, бер нисә китап авторы.
Ансамбль составында - сыуаш халыҡ мәҙәниәтенә, уның йолаларына битараф булмаған талантлы ҡатын-ҡыҙҙар. «Пилеш»тың репертуарында сыуаш, урыҫ халыҡ йырҙары һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәре. Шулай уҡ урыҫ халыҡ йырҙарын сыуаш теленә тәржемәлә лә башҡаралар улар. Тәржемә менән Василий Сергеевич үҙе шөғөлләнә.
Концерт программаһы бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле булды. Барлыҡ номерҙар ҙа юғары кимәлдәге әҙерлек һәм башҡарыу оҫталығы менән айырылып торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар күҙ яуын алырлык матур сыуаш милли костюмдарында сығыш яһаны. Сыуаш-Ҡыбау мәктәбе уҡыусылары Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығына арналған шиғырҙар уҡыны.
Тамашасылар артистарҙы баҫып алҡышланы, сығыштары өсөн рәхмәт белдерҙе, уларға ижади илһам теләне.
Ивано-Казанка ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Галина Лукьянова һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай осрашыуҙар ижади коллективтарҙың репертуарын байытыуға ярҙам итә.