Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Февраль 2020, 12:00

Ауыл мәсете – тәрбиә усағы

Үктәй балалары мәсеттә ислам нигеҙҙәрен өйрәнә

Үктәйҙәге “Ғатифә” мәсетенең ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Бында бөтә дини байрамдар үткәрелә, йома намаҙҙары уҡыла, никахтар теркәлә, яңы тыуған балаларға исемдәр ҡушыла...
Аҙнаһына бер тапҡыр, ял көнө, мәсеттә балалар өсөн дәрестәр ойошторола. Был дәрестәргә дүрт йәштән алып ун биш йәшкә тиклем ун бер бала йөрөй. Улар ғәрәп әлифбаһын, ислам дине нигеҙҙәрен, пәйғәмбәрҙәр тарихын өйрәнә. Дәрестәрҙе Гүзәлиә Тимерғали ҡыҙы Ваһапова алып бара. Уҡытыусы Рәсәй ислам университетын тамамлаған. Ул- биш бала әсәһе.
-Төрлә йәштәге балалар менән эшләү бер аҙ ауырыраҡ, - ти Гүзәлиә Тимерғали ҡыҙы. - Апайҙарына, ағайҙарына эйәреп килгәс, уларҙы кире ҡайтарып ебәрмәйем. Өлкәнерәктәр дәрес уҡығанда, кескәйҙәр һүрәт төшөрә.
Әле дүрт ай ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡыусылар араһында матур ғына уҡый белеүселәр бар.
Уҡытыусы дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп ойоштора, методик материалдар күп ҡуллана. Балалар хәрефтәрҙе тиҙерәк хәтерҙәрендә ҡалдырһын өсөн дәреҫтәр күп ваҡыт уйын формаһында үткәрелә. Хатта төрлө хәрәкәттәр ҙә ярҙамға килә.
Һуңғы дәреҫтә балалар хиджаб – мөсөлман ҡатын-ҡыҙҙары кейеме - тураһында һөйләштеләр. Уҡыусылар, әҙер һыҙымдар ҡулланып, ҡағыҙ биттәрендә хиджаб һүрәттәре төшөрҙөләр. Һуңынан уларҙы махсус пластилин ярҙамында үҙҙәренә оҡшаған төҫтәр менән биҙәнеләр. Бик матур килеп сыҡты. Иң оҫта уҡыусыларҙы билдәләп киттеләр. Балалар үҙҙәренең эштәрен ата-әсәләренә күрһәтеү өсөн алып киттеләр.
Мәсеттә алған белемдәре балаларға киләсәктә файҙалы булыр, тәртипле, әҙәпле булып үҫеүҙәренә ярҙам итер тип ышанғыһы килә.
Читайте нас: