Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
19 Ноябрь 2020, 11:13

Путин Ҡарабахтағы һуғышты булдырмау ысулын атаны

Рәсәй лидеры фекеренсә, әгәр ҙә яҡтар ете районды Бакуға тапшырыу һәм ҡасаҡтарҙы төбәккә ҡайтарыу тураһында килешә алһалар, Әрмәнстан һәм Әзербайжан конфликты ҡораллы ҡаршы тороуға күсмәҫ ине.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Тау Ҡарабахындағы һуғышты булдырмаҫҡа һәләтле ысулды атаны. Был турала ул трансляцияһын «Рәсәй 24» телеканалы алып барған матбуғат конференцияһында һөйләне.
Рәсәй лидеры фекеренсә, әгәр ҙә яҡтар ете районды Бакуға тапшырыу һәм ҡасаҡтарҙы төбәккә ҡайтарыу тураһында килешә алһалар, Әрмәнстан һәм Әзербайжан конфликты ҡораллы ҡаршы тороуға күсмәҫ ине.
Путин Тау Ҡарабахы статусы проблемаһының һаман бөтмәүен, уның ахырға тиклем хәл ителмәүен дә билдәләй. Ул шулай уҡ, әгәр ҙә Әрмәнстан менән Әзербайжан араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү өсөн шарттар булдырылһа, киләсәктә төбәктең статусын хәл итергә кәрәклеген өҫтәне.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Читайте нас: