Йәйғор
+21 °С
Ясно
Ваҡиғалар
31 Декабря 2020, 21:00

Бергәләп асыҡ дәрестә

Ҡаланың Александр Першин исемендәге 4-се мәктәбе кадеттары өсөн асылған йәш юл хәрәкәте инспекторы класында мауыҡтырғыс асыҡ дәрес үтте. Был дәрестә мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың баш автоинспекторы, полиция подполковнигы Динар Ғилметдинов та ҡатнашты.

Ҡаланың Александр Першин исемендәге 4-се мәктәбе кадеттары өсөн асылған йәш юл хәрәкәте инспекторы класында мауыҡтырғыс асыҡ дәрес үтте. Был дәрестә мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың баш автоинспекторы, полиция подполковнигы Динар Ғилметдинов та ҡатнашты.

Быйылғы уҡыу йылы башында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса заман талаптарына яуап биргән интерактив класс республикала тәү башлап ошо мәктәптә асылды. “Башнефтегеофизика” асыҡ йәмғиәтенең генераль директоры, ҡасандыр үҙе лә Благовещенда йәшәп, ошо мәктәптә уҡып киткән Рөстәм Әҙиевтың финанс ярҙамы менән йыһазландырылған был класта уҡыу әсбаптарының күп булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Стеналарға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һүрәтләнгән стендтар эленгән. Дәрес үткәрер өсөн “һөйләшкән” светофорҙар ҙа бар. Был уҡыу тренажеры уҡыу-күнекмә программалары комплекстарын үҙ эсенә алған. Уҡыусылар уның аша төрлө тестар үтеп, белемен тикшерә ала. Интерактив таҡта аша һәр теләгән уҡыусы мәктәптән үҙе йәшәгән урынға тиклем хәүефһеҙ юл һалыу мөмкинлегенә эйә. Мәктәптең 6-сы кадет класы уҡыусылары уҡытыусыларына, ҡунаҡтарға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүҙәрен күрһәтте. Бөтә ерҙә лә беренсе булырға тейеш булған йәш кадеттарҙың - юл хәрәкәте инспекторҙарының белемен республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов та тикшерҙе. Дәрескә ентекле әҙер булған, хәрби хеҙмәтте, илде һөйгән, физик яҡтан көслө булып үҫеп килгән, һорауҙарға тулы яуап биргән үҫмер малай-ҡыҙҙар үҙҙәренең отҡорлоғон, зирәклеген йәнә иҫбатланы. Кластан тыш сарала ҡатнашҡан 2-селәр ҙә йәш инспекторҙар етәкселегендә юлды тик светофор аша йәки “йәйәүле юлы”нан ғына үтеп сыҡты.

- Балалар һәм үҫмер балаларҙың юл һәләкәтенә осраған осраҡтарының һаны бер аҙ кәмеһә лә, беҙ был йүнәлештәге эште күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Уҡыусылар, йәйәүлеләр, буласаҡ водителдәр араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙә белем кимәлен күтәрәбеҙ, - тип һөйләне Динар Заһит улы Ғилметдинов.

- Кәрәкле һәм мөһим булған был башланғыс республикабыҙҙа бик ваҡытлы тип уйлайым. Системаға һалынып алып барылған 4-се мәктәптәге эш республиканың район-ҡала мәктәптәрендә мотлаҡ булырға тейеш, - ти БР-ның мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

Читайте нас