Йәйғор
+17 °С
Дождь
Ваҡиғалар
31 Декабря 2020, 21:00

Яңы йылда — яңы бина!

Мең ярым кеше йәшәгән Сергеевка ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты күптән талап ителә ине. Ниһайәт, ауыл халҡы сифатлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Мең ярым кеше йәшәгән Сергеевка ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты күптән талап ителә ине. Ниһайәт, ауыл халҡы сифатлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Райондағы тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ныҡлы металл каркаслы блок-контейнерҙарҙан ҡоролған. Стеналары сэндвич-панелдән һалынған. Үҙенсәлектәре буйынса модулле бина капиталь ҡоролмаларҙан бер ҙә ҡалышмай. Бында шулай уҡ бөтә коммуникациялар ҙа бар. Ҡоролмаға республика бюджетынан ике миллион 500 мең һум бүленһә, 300 мең һумға яҡын сумманы инженер-коммуникация селтәрҙәре үткәреү эштәрен үҙ иңенә алған “Авдон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ бюджетынан тотондо. Яңы учреждение 1,5 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк, шул иҫәптән 100-ҙән артығы даими күҙәтеү аҫтында буласаҡ.
Яңы йылдың тәүге көндәрендә тантаналы шарттарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова, 21-се республика дауаханаһының баш табибы Гөлнара Мостафина, “Стройсервис” төҙөлөш йәмғиәте директоры Олег Быстров, Жуков ауыл биләмәһе башлығы Алексей Щекатуров ҡатнашлығында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Етәкселәр Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы программаһы сиктәрендә төҙөлгән учреждение киләсәктә халыҡ мәнфәғәтендә эшләйәсәген, кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға хеҙмәт итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар үҙ сығыштарында был төбәк кешеләренең хеҙмәт һөйөүсән, тырыш икәнлегенә баҫым яһаны, әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн бөтәһенә лә рәхмәт белдерҙе. Майҙаны ҙур ғына бинала кабинеттар заманса ҡорамал менән йыһазландырылған, инженер-коммуникация селтәрҙәре үткән. Балаларға прививка эшләү, тикшерелеү, процедура кабинеттарында бөтә шарттар бар. Коляскалар ҡуйыр урын булдырылған, пандус эшләнгән.
ФАП етәксеһе итеп Илшат Сәғдинов яңы тәғәйенләнде. Ул «Земский фельдшер» программаһы буйынса был ауылда яңы эш башлап тора. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибә туплап өлгөргән егет Өфөлә “Тиҙ ярҙам” фельдшеры булып ике йыл хеҙмәт иткән, 47-се дауаханала ауырыу балаларҙы аяҡҡа баҫтырған, реанимация эше менән дә таныш.
Ҡыҙыл таҫма киҫелеү менән фельдшер Илшат Хәбир улы ауыл халҡын яңы ФАП-ҡа саҡырҙы. Бынан ары ауыл халҡына сифатлы тәүге ярҙам күрһәтеләсәк, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары ла яҡшырасаҡ.

Читайте нас