Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Декабрь 2021, 09:06

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...

Ҡарамалы ауылында “Ҡаҙ өмәһе” байрамы гөрләп уҙҙы.

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...

Башҡорт, татар халҡында элек-электән матур йолалар йәшәй. Шуларҙың көҙөн үткәрелә торғандарыһының береһе – ҡаҙ өмәһе. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙҙың ите тәпәйе ҡарға баҫыу менән татлана, тип иҫәпләнә. Шуға күрә ҡаҙ өмәләре башлыса, көндәр һалҡынайғас, ҡар ятҡас ойошторола. Был көндө уңған хужалар йәй дауамында үҫтергән ҡош-ҡортто эшкәртә. Хеҙмәт байрамы аралашыу, күңел асыу, үзеңде күрһәтеү сараһы ла булып тора.

Иглиндар ҙа был йолаларға тоғро, йыл һайын татар, башҡорт ауылдарында гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә. Быйыл хеҙмәт байрамы Ҡарамалы ауылында Азамат һәм Дилара Шакировтар йортонда ойошторолдо. Көн дауамында уларҙың ихатаһынан күңелле моңдар ағылды. Хужаларға ҡаҙ мамығын йолҡошорға «Хәтирә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ағзалары ярҙам итте. Байрамса кейенгән ҡарамалылар, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙ йолоҡтолар, хужаларға сәләмәтлек һәм муллыҡ теләнеләр.

Йорт хужалары йәй дауамында бәпкә үҫтергән, ә бөгөн уларҙың бурысы - көс һалып үҫтерелгән ҡош-ҡортто яҡшылап эшкәртеү.

Мамыҡтар йолҡоноп бөткәс, эстәре алынған, таҙартылған ҡаҙ түшкәләрен ҡатындар көйәнтәләргә элеп һыу буйына төштөләр. Әҙер итте һалҡын һыуҙа сайҡау - электән килгән эш тәртибе. Һыуыҡта майлы ҡаҙ түшкәһе йоҡа боҙ ҡатламы менән ҡапланырға тейеш. Һыу буйында ла өмәлә ҡатнашыусылар боронғо йырҙарҙы башҡарҙы, халыҡ уйындарында ҡатнашты.

- Ҡаҙ итенән бешерелгән аш-һыуҙы балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бик яратып ашайбыҙ. Күстәнәскә биреүе лә күңелле”, - ти өмәселәрҙең эшенән ҡәнәғәт хужалар.

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: