Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
27 Апрель 2022, 15:17

Мохтаждар фатирлы булды

Йәмле яҙҙың матур бер көнөндә Благовещен ҡалаһында йәшәүсе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.  

Мохтаждар фатирлы булды
Мохтаждар фатирлы булды

Башҡортостан Республикаһында бөтәһе 4 мең ярымдан ашыу етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн ил һәм республика бюджетынан миллиард ярым һум аҡса йүнәлтелгән. Был сумма былтырғы йыл менән сағыштырғанда яҡынса ике тапҡырға күберәк. Етемдәрҙең бер меңдән артығы йыл аҙағына тиклем өй ҙә туйлаясаҡ.

Йәмле яҙҙың матур бер көнөндә Благовещен ҡалаһында йәшәүсе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.  

-Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғы элеккесә мөһим булып ҡала. Был мәсьәләне Благовещенда ла эҙмә-эҙлекле хәл итеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Быйыл ҡалала етем балаларҙы торлаҡлы итеү өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙнанан бүленгән 26 миллион һумдан ашыу аҡсаға 15 етем баланың фатир мәсьәләһе хәл ителде. Яңы төҙөлгән заманса йортта йәшәү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған: ремонт эшләнгән, сантехника ҡуйылған, коммуникациялар үткәрелгән. Өй хужаларына бында йәшәүе уңайлы булыр тип ышанабыҙ, - тип һөйләне район хакимиәте башлығы Олег Голов.

-Алты йыл буйы көткән яңы фатирыбыҙ эргәһендә урынлашҡан ике балалар баҡсаһы ла беҙҙең өсөн бик уңайлы. Уларҙың беренсеһе күптән эшләһә, икенсеһе яңыраҡ ҡына асылды. Шулай уҡ мәктәп тә, тирә-йүндәге барса сауҙа үҙәктәре лә беҙ йәшәгән йортҡа бик яҡын, - тип һөйләне Ольга Боброва.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: