Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
22 Июнь 2022, 10:03

Уҡлығаяға сәйәхәт оҡшаны

Уҡыу йылы тамамланғас та, күптәнге ғәҙәт буйынса республикабыҙ буйлап сәйәхәткә сығабыҙ

Уҡлығаяға сәйәхәт оҡшаны
Уҡлығаяға сәйәхәт оҡшаны

Уҡыу йылы тамамланғас та, күптәнге ғәҙәт буйынса республикабыҙ буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Быйыл да ошо мәлде көтөп алдыҡ һәм Ғафури районына юлландыҡ.

Еҙем-Ҡаран ауылында ошо районға исем биргән, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында туҡталдыҡ. Музей директоры Рәсилә Зиннәт ҡыҙы бик матур ҡаршы алды һәм йөкмәткеле экскурсия үткәрҙе, шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы.

Аҙаҡ Ерек ауылы янында ҡуйылған Башҡортостан Республикаһының географик үҙәген билдәләгән стела янында туҡталдыҡ.

Бараһы маҡсатыбыҙ Уҡлығая ине. Ул Ғафури районының иң таҙа йылғаһы Еҙем ярында урынлашҡан бик мөһабәт ҡая. Башына менер өсөн күп көс сарыф итергә кәрәк. Шулай булһа ла, барыбыҙ ҙа бейек ҡая башына менеп, тирә-яҡ менән хозурлана алдыҡ. Бынан бик матур күренеш асыла: аҫта борғоланып Еҙем аға, һигеҙ ауыл күренә, йәшеллек, яландар, урмандар...

Бик бай был тәьҫоратлы сәйәхәт барыбыҙҙың да ғүмерлеккә иҫендә ҡалыр, киләсәккә ниндәйҙер яҡшы ынтылыштар бирер, тип уйлайым.

Уҡлығаяға сәйәхәт оҡшаны
Уҡлығаяға сәйәхәт оҡшаны
Автор:Яҡупова Дилара, Өфө районының А.С.Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбе уҡыусыһы
Читайте нас: