Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
6 Июль 2022, 11:31

Бер быуатлыҡ юбилей

Өфө районының Чернолес ауылы үҙенең бер быуатлыҡ оло юбилейын билдәләне. Ауылда йәшәгәндәр ҙә, ситтәгеләр ҙә тыуған ауылының 100 йыллыҡ юбилей тантанаһына ашҡынып йыйылды. Нисек кенә булмаһын, ғәзиз ер, тыуған тупраҡ уларҙы берләштерә лә, йәшәргә көс тә бирә. 

Ҡыҙылъяр ауыл хакимиәтенә ҡараған Чернолес ауылының юбилейы айҡанлы үткән сара ауылдың үҙәк майҙанында төҙөлөп бөтөп килгән мәсет янында ойошторолдо. Урындағы эшҡыуарҙар ярҙамы менән байрамса биҙәлгән майҙанда урам сәхнәһе ҡуйылды.

                Сәхнәгә район, ауыл хакимиәте вәкилдәре, арҙаҡлы яҡташтар, ауыл халҡы, балалар бер – бер артлы күтәрелде. Бай тарихлы ауылдың үткәненә байҡау яһалды, ауыл тормошона, уның йәшәйешенә ҙур өлөш индергән, баҡсасылыҡ, емеш-еләк үҫтереү буйынса селекцион эштәре менән данлы  ауыл хеҙмәтсәндәре иҫкә алынды, әлеге мәлдә ауыл күрке булғандарына рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.

Бер нисә быуын вәкилдәрен берләштереп, осраштырған байрам ауылдаштар күңелендә мәңге йәшәр. Ни тиһәң дә, тыуған ер менән бәйле яҡташтар кендек ҡаны тамған, йөҙ йыллыҡ тарихы булған ауылын онотмай: үткәрелгән бер сараны ҡалдырмай, мәрхүм яҡындарының ҡәберен тәрбиәләй, уларҙың рухтарын шатландырып, аяттар уҡыта.

Бер быуатлыҡ юбилей
Бер быуатлыҡ юбилей
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: