Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
30 Сентябрь 2022, 14:37

Шайморат тоҡомдары үҙҙәренекен ташламай

Благовещен район “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына һәм Украинаға махсус операцияға өлөшләтә мобилизациялау буйынса саҡырылған  ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса булдырылған пункт даими эшләй.  

Шайморат тоҡомдары үҙҙәренекен ташламай
Шайморат тоҡомдары үҙҙәренекен ташламай

- Благовещен район һәм ҡалаһында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса эш ойошторолдо. Был изге эштән ойошмалар, учреждениелар  һәм предприятиелар, ҡала һәм район халҡы ла  ситтә ҡалманы. Тәүге көндәрҙән үк кешеләр йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек килтерә башланы. Айырыуса, иң беренселәрҙән булып ярҙам күрһәткән эшҡыуар Салауат Нурыев 10 меңгә аҙыҡ – түлек һатып алған. Богородский ауылынан Юлия Махнева был кәрәкле эшкә әүҙем ҡушылды. Артабан теләүселәргә оҙайлы һаҡлау аҙыҡ-түлектәре һәм йылы кейем-ойоҡбаштар алып килергә була,- тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Людмила Осинская.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең районда көн дә 9-ҙан алып 17.30 сәғәткә тиклем түбәндәге адрес буйынса гуманитар ярҙам йыйыла: Благовещен ҡалаһы,  Седова урамы, д. 98. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34766)3-01-51.  Рәсәйҙең Оборона министрлығы өлөшләтә мобилизацияға эләккән граждандарҙың туғандары өсөн ҡыҙыу элемтә асҡан. Мәғлүмәтте түбәндәге телефондар аша 8 (800) 100-77-07; 8 (495) 498-43-54 и 8 (495) 498-34-46 белергә мөмкин һәм башҡа һорауҙарға яуапты 122 ҡыҙыу линияһы буйынса ғына түгел, РФ Хөкүмәтенең  «Объясняем.рф» рәсми ресурсы аша ла алырға мөмкин.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: