Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
10 Октябрь 2022, 08:53

Иглин фермеры – Мәскәүҙә

Баш ҡалала XXIV «Алтын көҙ – 2022» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе үтте.

Иглин фермеры – Мәскәүҙә
Иглин фермеры – Мәскәүҙә

«Алтын көҙ – 2022» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эшендә Иглин районынан Хәсән Иҙиәтуллин крәстиән-фермер хужалығы ла ҡатнашты. Фермер Сәғитйән Иҙиәтуллин башҡорт тоҡомло аттарын алып килгәйне. Шулай уҡ сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Коннов та ҡатнашты. Андрей Юрьевич потенциаль инвесторҙар менән танышты, улар менән осрашыуҙар үткәрҙе.

Йыл һайын был сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йөҙҙәрсә етештереүселәр ҡатнаша, улар үҙҙәренең продукцияларын тәҡдим итә, заманса ауыл хужалығы техникаһын, яңы технологияларҙы презентациялай.

Иглин фермеры – Мәскәүҙә
Иглин фермеры – Мәскәүҙә
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: