Ауыл мәҙәниәт йорто тәртипкә килтерелгән. Фойела ауылдың арҙаҡлы шәхестәренә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы егеттәргә арналған һәм ауыл тормошон, ауылдың йәшәйешен сағылдырған ҙур стендтар ҡаршы ала. Мәҙәни усаҡ әле дөрләп яна, һүнмәгән, һүрелмәгән. 20 төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән «Фатима» фольклор төркөм эшләй башлаған.
– Килендәрҙән бик уңдыҡ, төркөмгә улар ҙур теләк менән йөрөй, ялҡын өҫтәй, - ти мәҙәниәт йортон етәкләүсе Лена Кандарова. Ағинәйҙәр ауылды ҡулға алып, тәртипкә өндәй, уның башында Әнисә Әлмөхәмәтова тора.
– Өфөнән осоп, ҡанатланып ҡайтам Хәжәтемә. Халыҡ менән эшләйбеҙ. Беҙ меңлеләр! – тип маҡтап ебәрә ҡыҙҙарын дәрт-дарманы ташып торған Әнисә Мостафа ҡыҙы. Шул арала сәхнә костюмдары ла тектереп кейергә өлгөргән Хәжәт уңғандары. Ҫаҡалды үҙем эшләнем, - ти Рәфинә Иҫәнғужина менән Рәзилә Иманғолова, ә бына француз яулыҡ Әминә Әминева менән Әлфинә Әфләтуноваға ҡәйнәләренән ҡомартҡы булып ҡалған.
Әүҙем фольклор төркөм «Фатима» Халыҡ-ара сәнғәт WOW АРТ AWARDS бәйге фестивале һәм үҫмерҙәр, өлкәндәр ижады бәйге-фестивале «Матрешка» ла ҡатнашты, башҡортса «Аулаҡ өй» ҙө сәхнәләштереп I-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған.
Ауылды тәртипкә килтереү өҫтөндә лә эштәр әүҙем бара. «Өлгөлө ихата-2022» бәйгеһе ойоштороп, еңеүселәрҙе лә билдәләп үтергә өлгөргән улар. Айыҡлыҡ юлында эштәр уң барһын тип теләйбеҙ хәжәттәргә, һеҙҙең арттан эйәреүселәр ҙә артһын!