Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
22 Ноябрь 2022, 11:48

Радий Хәбиров Яңы йылда мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләре өсөн байрам мөхитен булдырырға саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика муниципалитеттары етәкселәренә Яңы йыл байрамы осоронда мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балаларына етди иғтибар бүлергә ҡушты.

Радий Хәбиров Яңы йылда мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләре өсөн байрам мөхитен булдырырға саҡырҙы
Радий Хәбиров Яңы йылда мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләре өсөн байрам мөхитен булдырырға саҡырҙы

«Алда барлыҡ ғаиләләр өсөн мөһим ваҡиға — Яңы йыл. Ирекле батальондар хәрбиҙәренең һәм мобилизацияланғандарҙың балаларына байрам мөхитен булдырырға тейешбеҙ. Уйлашығыҙ, был эште алып барырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика Яңы йыл шыршыһы 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: