Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
23 Ноябрь 2022, 09:01

Иглиндар – Russian Event Awards туристик премияһы лауреаты

Премияның финалы 17-19 ноябрҙә Түбәнге Новгородта уҙҙы.

Иглиндар – Russian Event Awards туристик премияһы лауреаты
Иглиндар – Russian Event Awards туристик премияһы лауреаты

2022 йылда туризм өлкәһендәге Russian Event Awards XI Милли премияһына Рәсәйҙең 62 төбәгенән 604 проект тәҡдим ителгән. Финалға илдең 55 төбәгенән 314 проект сыҡҡан. Шулар араһында Иглин районынан дүрт проект та бар.

Хәсән Иҙиәтуллиндың Оло Тәләк ауылында урынлашҡан «Уралда ранчо» («Ранчо на Урале») экофермаһы проекты Милли премияның «Туристик ваҡиғаны уҙғарыу өсөн иң яҡшы тәбиғи-рекреацион биләмә» номинацияһында 1-се урынға лайыҡ булды.

Ҡалтыман ауыл биләмәһенең «Лукфест» һуған фестивале проекты муниципаль ваҡиғаларҙы популярлаштырғаны өсөн махсус диплом менән бүләкләнде.

Иглин делегацияһының ҡалған ҡатнашыусылары призлы урындар алмаһа ла, ваҡиғалар туризмы өлкәһендә саралар уҙғарыу буйынса тәжрибә тупланы.

Иглиндар – Russian Event Awards туристик премияһы лауреаты
Иглиндар – Russian Event Awards туристик премияһы лауреаты
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: