Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
12 Декабрь 2022, 16:36

Яңы поликлиника төҙөләсәк

Благовещен үҙәк дауаханаһы территорияһында 2024 йылда балалар поликлиникаһы төҙөлә башлаясаҡ.

Яңы поликлиника төҙөләсәк
Яңы поликлиника төҙөләсәк

«Һаулыҡ һаҡлау» проекты дөйөм дәүләт программаһына ярашлы "Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау" төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлә башлаясаҡ поликлиниканы благовещендар күптән түҙемһеҙләнеп көтә. Әлеге мәлдә был объекттың проект – техник документацияһы әҙерләнә. Унан һуң эксперт һығымтаһын алып, төҙөлөш майҙансығына сығыу мөмкин буласаҡ.  

   Яңы төҙөләсәк поликлиника заман талаптарына тулыһынса яуап бирәсәк. Уны яңы ҡорамалдар, табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү ҙә күҙаллана. 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: