Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
15 Декабрь 2022, 11:10

«Йылмайып-көлөп кенә Иглингә килеп кенә...»

Иглин районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатирик  Марсель Сәлимов менән осрашыу үтте. Сарала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, әҙиптең  ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.

«Йылмайып-көлөп кенә  Иглингә килеп кенә...»
«Йылмайып-көлөп кенә Иглингә килеп кенә...»

Район китапханаһының уҡыу залында «Марсель Сәлимов – башҡорт сатираһы һәм юморы короле» китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Программаны алып барыусы Гөлшат Ибәтова яҙыусының тормош юлы менән таныштырҙы.

Сатирик тамашасыларға үҙенең ижады, «Һәнәк»сатирик журналындағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Был журналда ул 1973 йылдан әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөхәррире сифатында эшләй һәм утыҙ йыл дауамында (1980-2010 йылдар) баҫма менән етәкселек итә. Марсель Шәйнур улы – 50-гә яҡын китап авторы. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә тормоштоң көнүҙәк проблемаларын ҡыйыу күтәрә, ысынбарлыҡ яҡтарын аяуһыҙ тәнҡитләй. Уның геройҙары уйлап сығарылмаған, ә ысын кешеләр. М. Сәлимовтың шиғырҙары һәм хикәйәләре юморҙың көлкө генә түгел, фәһемле лә булыуына сағыу миҫал. Авторҙың әҫәрҙәрен илебеҙ халҡы ғына түгел, сит илдәрҙә лә уҡыйҙар. Уның айырым шиғырҙары һәм хикәйәләре донъяның иллегә яҡын теленә тәржемә ителгән.

Буласаҡ яҙыусы-сатирик тәүге шиғырын 1957-се йылда, икенсе класта уҡығанда яҙа. Ә уны яҙарға апаһы һәм еҙнәһе менән бәйле бер ваҡиға этәрә. Марселдең атаһы ауыл хәбәрсеһе була, әсәһе колхозҙа эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәр ваҡыт ғәҙеллек өсөн көрәшә, колхоз, район етәкселеген тәнҡитләүҙән ҡурҡмай.

– Ғәҙеллек өсөн көрәшсе сифатын атайҙан мираҫ итеп алһам, эш һөйөүсәнлек – әсәйҙән, – тине Марсель Сәлимов. – Журналист һөнәрен һайлауҙа апайымдың  роле ҙур булды.

Марсель Шәйнур улын район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Михаил Лекарев, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Рәүф Кәлимуллин сәләмләне, ҡунаҡҡа һаулыҡ, ижади уңыштар теләне. Гүзәл Рәйес ҡыҙы һәм Рәүф Мирсәйет улы совет осоронда сатира журналында баҫылған мәҡәләләр ғәҙеллеккә өлгәшергә ярҙам иткәне хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Мар. Сәлим (ижади псевдоним) үҙенә таныш булған иглиндәрҙе иҫкә алды. Баҡтиһәң, Иглин районына ул беренсе тапҡыр 44 йыл элек килгән икән, һуңғыһы 2015-се йылда булған. Сатирик  журнал уҡыусыларҙың хаттары буйынса райондың ауылдарына сәфәрҙәре хаҡында һөйләне. Ул саҡта журналда баҫылған әҫәрҙәр уҡыусыларға проблемаларҙы хәл итергә бик ныҡ ярҙам иткән.

– Етешһеҙлектәр булмаһа, сатира һәм юмор ҙа тыумаҫ ине,– тине Марсель Шәйнур улы. – Ә әҫәрҙәр өсөн темалар тирә-яғыбыҙҙа ғына, уйлап сығарырға ла кәрәкмәй. Юморист булараҡ, мин кешеләрҙең кәйефен күтәрәм, ә сатирик булараҡ, ҡайһы берәүҙәрҙекен боҙам да.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әҙипкә һорауҙар бирҙе, яҙыусының ижадындағы факттар менән ҡыҙыҡһынды. Мар. Сәлим билдәле кешеләрҙең, ҡәләмдәштәренең видеояҙмаларын күрһәтте. Яҙыусы районға яңы китаптарын, тарихи документтарын –шәхси архивындағы видео, – аудиояҙмаларын, презентацияларын бүләк итте.

Китап һөйөүселәр ҙә ҡунаҡҡа бүләктәр әҙерләгән – уның шиғырҙарын уҡынылар. Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге ижади конкурстар еңеүсеһе һәм призеры Фәһим Тоҡомбәтов гармунда халыҡ көйҙәрен уйнаны. Үктәй ауыл клубының «Аҡ ҡалфаҡ» татар йыры ансамбле башҡарыуында ҡунаҡ өсөн музыкаль бүләк яңғыраны.

Әүҙем эшмәкәрлеге һәм ижади үҙенсәлеге өсөн Мар. Сәлим бик күп әҙәби премиялар менән бүләкләнгән, маҡтаулы исемдәр йөрөтә. Әле яңы ғына уның XI «Асыҡ Евразия» («Open Eurasia-2022») халыҡ-ара әҙәби конкурсы финалсыһы булыуы билдәле булды. Донъяның 46 иленән ҡаурый оҫталары иҫәбендә күренекле сатириғыбыҙ Марсель Сәлимовтың да булыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.

Осрашыу аҙағында Мар. Сәлим, сатира яуызлыҡҡа һәм ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәштә һәр ваҡыт ҡеүәтле ҡорал булып тора, тине.

Кисә күңелле үтте, әҙәби байрамда ҡатнашыусыларҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: