Клуб мөдире Илвира Исмәғилева бай программа әҙерләгән. Патриотик сәғәт Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт флагтарын индереү, гимндарын тыңлауҙан башланды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Ләмәҙ ауыл биләмәһе башлығы Раил Мирхәйҙәров сәләмләне. Рәмил Ғәлимйән улы әсәләргә Ватаныбыҙҙың ысын патриоттарын тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм уларҙы Искәндәр Ғәзизовтың концертына саҡырҙы.
– Украина территорияһында махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған Оло Ҡарамалы егете Андрей Ромащенков һәм ләмәҙле Изгар Шәйхлисламов иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, – тип һөйләне Илвира Исмәғилева. – Улар үҙ дәүләтенә, Рәсәй халҡына тоғролоҡ өлгөһө күрһәтеп һәләк булды.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Андрей Ромащенков и Изгар Шәйхлисламов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ләмәҙлеләр геройҙарҙы онотмай, хәрбиҙәрҙең хәтере мәңгеләштерелде. Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәктәбе фасадында яҡташ яугирҙәргә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды.
– Махсус хәрби операция башланғанда улыма ни бары 21 йәш ине, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Андрейҙың әсәйе Фәнүзә Миңлеханова. – Ул контракт буйынса хеҙмәт итә ине. Мин уны бармаҫҡа өгөтләнем, әммә ул: «Әгәр бөтәбеҙ ҙә баш тартһаҡ һәм өйҙәрҙә ҡасып ултырһаҡ, уларҙы кем туҡтатыр», – тине. Әлбиттә, ул башҡаса булдыра алманы. Андрей – ул үҙ Ватанының ысын улы, ысын дуҫ, ағай. Беҙ уның менән һәр ваҡыт бәйләнештә булдыҡ. Ул бер ҡасан да зарланманы, һәр ваҡыт «Борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт» тип яҙҙы.
Әлеге ваҡытта Оло Ҡарамалынан Марат һәм Мөҙәрис Фазлетдиновтар, шулай уҡ Тау ауылынан Мөҙәрис Аҫылбаев, ләмәҙлеләр Рифат Харисов, Вәхит Абдуллин, Денис Хәзиев, Айгиз Хәсәнов, Манатауҙан Андрей Мартьяновтар махсус операция сиктәрендә үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугиры Рафаэль Миһранов ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.
Художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар көсө менән концерт ойошторолдо. Сәхнәнән патриотик йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Иң йәш артист Ислам Хәлиуллин данлыҡлы «Катюша» йырын башҡарҙы.
Ивира Исмәғилева ҡыйыу яугирҙар, тыуған иленең лайыҡлы улдарын тәрбиәләгән әсәләргә рәхмәтен белдерҙе, уларға бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ ауылдашы, оҫтабикә Гөлназ Зинуроваға «Йөрәктәребеҙҙең йылыһы» акцияһында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Сара сәй табынында дауам итте. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа саранан ҡәнәғәт ҡалды. Хәтер кисәһе һәр кемдең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.