Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
17 Февраль 2023, 09:00

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы сысҡан биҙгәгенә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтте

Күҙәтеү ведомствоһы белгестәре фаразлауынса, көҙ һәм ҡыш кимереүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, 2023 йылдың яҙына сысҡан биҙгәге менән сирләүселәрҙең артыуы көтөлә.

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы сысҡан биҙгәгенә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтте
Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы сысҡан биҙгәгенә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтте

Һуңғы осорҙа Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы сысҡан биҙгәгенә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтте. Республиканың баш санитар табибы Анна Казак тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документта әйтелеүенсә, төбәктә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән сирләүгә бәйле эпидемиологик хәл “сиктән тыш насар " тип баһалана.
2022 йылда республикала “сысҡан биҙгәге” менән сирләүселәрҙең 2993 осрағы теркәлгән. Был күрһәткес һуңғы 10 йылдағы уртаса күрһәткестәрҙән 2,5 тапҡырға юғарыраҡ. Ҡала халҡы араһында сирлеләр 66,4% тәшкил итһә, ә ауыл халҡына ни бары 34,6% тура килә. Башҡортостандың 50 районында һәм 7 ҡалаһында ошо сирҙе йоҡтороу осраҡтары раҫланған. Благовещен (306 осраҡ), Өфө (178 осраҡ) һәм Мишкә (31 осраҡ) райондары «рекордсмен» булды.
Күҙәтеү ведомствоһы белгестәре фаразлауынса, көҙ һәм ҡыш кимереүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, 2023 йылдың яҙына сысҡан биҙгәге менән сирләүселәрҙең артыуы көтөлә. Шуға бәйле БР Роспотребнадзор идаралығы ауырыуҙы иҫкәртеү сараларын көсәйтте. Башҡортостан Хөкүмәтенә йәмәғәт биләмәләрен дератизациялауға финанслауҙы арттырырға һәм эшкәртелгән майҙандарҙы ике тапҡырға, яҡынса йөҙ мең гектарға тиклем арттырырға тәҡдим ителде.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: