Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
21 Март 2023, 13:03

Өфө районында янғынға ҡаршы рейд үтте

  Янғындарҙы иҫкәртеүгә һәм халыҡты янғын хәүефһеҙлеге сараларына һәм ҡағиҙәләренә өйрәтеүгә йүнәлтелгән сираттағы иҫкәртеү рейды Өфө районының Николаевка ауыл биләмәһендә үтте.

Өфө районында янғынға ҡаршы рейд үтте
Өфө районында янғынға ҡаршы рейд үтте

Янғындарҙы иҫкәртеүгә һәм халыҡты янғын хәүефһеҙлеге сараларына һәм ҡағиҙәләренә өйрәтеүгә йүнәлтелгән сираттағы иҫкәртеү рейды Өфө районының Николаевка ауыл биләмәһендә үтте. Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы Дәүләт комитеты, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, янғынды иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге инструкторы ингән төркөм Николаевка ауылында урынлашҡан торлаҡ йорттарҙа булды.   

Сара сиктәрендә халыҡ менән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса инструктаждар ойошторолдо, уларҙы торлаҡта һәм эргә-тирәләге биләмәлә нисек үтәргә кәрәклеге тураһында әңгәмә лә булды. Комиссия ағзалары торлаҡ, мунса һәм йорт яны ҡаралтыларын да профилактик яҡтан тикшерҙе.  Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән төп тәҡдимдәрҙе үҙ эсенә алған агитация материалдары ла таратылды.

Рейд барышында мейес һәм газ ҡорамалдарын, электр селтәрҙәрен һәм көнкүреш электр приборҙарын файҙаланғандағы хәүефһеҙлеккә айырыуса иғтибар бүленде. Янғын тураһында хәбәр итеүсе кеҫә көҙгөһө ҙурлығындағы АДПИ приборы кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һәм мөлкәтен һаҡлап ҡала ала, тип иҫкәртә белгестәр. Ул төтөнгә яуап бирә һәм үҙенең көслө сигналы менән һеҙгә биналағы хәүеф тураһында хәбәр итә.

 Хөрмәтле граждандар! Һеҙҙән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе һорайбыҙ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: