Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
13 Июнь 2023, 15:58

Өфө районында «Һабантуй-2023» байрамы үтте

Йыл һайын үткәрелгән был байрамды ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән район халҡы ла көтөп алды.Төрлө милләттәрҙе  берләштергән был матур сарала өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа кинәнеп күңел асты, спортта ла үҙ оҫталығын күрһәтте.

Өфө районында «Һабантуй-2023» байрамы үтте
Өфө районында «Һабантуй-2023» байрамы үтте

Һабантуйҙы тантаналы асыу һәм байрам флагтарын күтәреү мөмкинлеге Булгаков ауылы лицейының иң яҡшы кадеттарына, «Юнармия» хәрәкәтенең хәрби әҙерлек алдынғылары Анастасия Атрошенкоға һәм Святослав Герасимовҡа, «Алексеевка» агросәнәғәт комплексының иң яҡшы аграрийҙары Нурия Мифтаховаға, «УралАгро» тракторсы-машинисы Мөҙәрис Шәриповҡа, “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһы операторы Алексей Евстифеевҡа бирелде.

Һабантуйҙы асыу тантанаһынан һуң йәшел келәмдә тантаналы парад башланды. Уны район педагогтары һәм уларҙың йәш тәрбиәләнеүселәре асты. Йәш армиясылар теҙелеп үтте. Йәштәр колоннаһында райондың иң әүҙем вәкилдәре ҡатнашты. Улар бөтә Рәсәй, республика конкурс, форумдары ҡатнашыусылары һәм призерҙары, ирекмәндәр, ауыл биләмәләренең йәштәр Советтары ағзалары. Һабантуйҙың почетлы даирәһе райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар колонналары үтте. Почетлы түңәрәк үткәндән һуң, сараның бөтә мәртәбәле ҡунаҡтары төп сәхнә янында йыйылды. 

 Район Һабантуйын асып, Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников аграрийҙарҙы яҙғы баҫыу эштәренең уңышлы тамамланыуы менән ҡотланы. Артабан ҡотлау телмәре менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының төҙөлөш Һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Качкаев, депутаттар корпусы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев исеменән Салауат Хөсәйенов, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат  Рәхмәтуллин сығыш яһаны. Айырым уңыштарға ирешкән алдынғыларға рәсми вәкилдәр маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Йыл һайын үткәрелеүсе тирмәләр конкурсы байрамдың биҙәге булды. Өфө районының туғыҙ ауыл хужалығы предприятиеһы ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды «УралАгро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яуланы, икенсе урынды «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы, «Рассвет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Кармасан»  сикләнгән йәмғиәте бүлеште. Өсөнсө урынды «Алексеевка» агросәнәғәт комплексы, «Шемяк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Өфөнөң 119-сы ат заводы һәм Өфө районының ауыл биләмәләре тирмәһе яуланы.

Был конкурс Һабантуйға үҙенсәлекле колорит бирҙе, сөнки аҡланда бөтә тирмәләр ҙур сағыу урам барлыҡҡа килтерҙе һәм уларҙың һәр береһе халыҡтың тормошон үҙенсә сағылдырҙы. Ауыл халҡының көнкүреше, театрлаштырылған йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, милли аш-һыу, шәжәрәләр күп милләтле полимәҙәнилек атмосфераһы менән уратып алынғайны. Быларҙың барыһы ла беҙҙең төбәктең һәр кешеһе өсөн тәбиғи һәм бик ҡәҙерле.

Өфө районы һабантуйы ҡунаҡтарында хәрби-патриотик майҙансыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, унда заманса һәм раритет ҡорал һәм кейем-һалым күргәҙмәһе, Булгаков лицейы кадеттарының “Эҙәрмәндәр” отряды табыштары күргәҙмәһе күрһәтелде. Кадеттар автоматты йыйыу-тарҡатыуҙы оҫта күрһәтте, теләүселәр пневматик винтовканан ут асты һәм дартста үҙенең теүәллеген һынап ҡарай алды. Михайловка оҫталары байрам ҡунаҡтарын маскировка селтәрҙәрен үреү процесы менән таныштырҙы һәм махсус хәрби операция яугирҙәренә ирекле ярҙам күрһәтеүҙәре тураһында мауығып һөйләне.

Һабантуйҙа спорт ярыштарының бай программаһы ҡаралғайны. Иң сағыу ярыштарҙың береһе – милли көрәш буйынса турнир булды. Ғәҙәттәгесә, һабантуйҙа спорт сараларының иң мауыҡтырғыс өлөшө – ат сабыштары үтте. Күп көйәрмәндәр армреслинг буйынса турнирҙар йыйҙы, вертикаль һәм ауыш шестернялар буйлап үрмәләү ҙә күптәрҙе үҙенә ҡыҙыҡтырҙы. Һабантуй ҡунаҡтарына боронғо спорт уйындары ла оҡшаны: ҡая тартыу һәм көршәкте күҙҙәре бәйләнгән таяҡ менән һуғыуҙа күптәр бик теләп ҡатнашты. Һәр уйында ҡатнашыусылар бик күп булды, еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

Һабантуй ваҡытында йәштәр майҙансығында ла шатлыҡ һәм күңел асыу атмосфераһы хөкөм һөрҙө: арҡан тартыу, «Angry Birds», уҡтар уйыны, 3Д-шашка, тетрис, нуль – крестик, һандар... Теләгән һәр кемгә аквагрим төшөрөлдө һәм ниткография буйынса арт-терапия дәресе үтте. Һәр конкурста еңгән өсөн балалар сағыу һабантуй жетондары алды һәм  уларҙы  бүләктәр менән алмаштыра алды. Йәштәр үҙәге ойошторған майҙансыҡта өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнашҡан күбекле шоу күңел асыуҙың кульминацияһы булды!

Райондың мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары «Һабантуй-2023» байрамында «Балалар һабантуйы» н ойошторҙо. Балаларҙы һәм йәштәрҙе халыҡ мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға, спортҡа йәлеп итеүгә күп көс түккән район балалар баҡсалары ата-бабаларҙың мәҙәни традицияларын һаҡлай һәм мәктәпкәсә йәштән балаларҙы тыуған ер тарихы, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, бейеүҙәре, йырҙары менән таныштыра.

Һәр балалар баҡсаһы был байрамда үҙенсәлекле күргәҙмәләр һәм фотозоналар тәҡдим итеп, үҙенең сатырын ҡыҙыҡлы итеп биҙәне. Тәрбиәселәр балалар өсөн мауыҡтырғыс уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре әҙерләне. Балалар губканан, төҫлө ептәрҙән, фетрҙан һәм ҡағыҙҙан күңелле уйынсыҡтар эшләп, гипстан фигуралар буяны. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләктәр генә түгел, ә сағыу тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф алды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: