Автономлы коммерцияға ҡарамаған өҫтәмә белем биреү ойошмаһы «Бәхетле Мин» оло йәштәге кешеләрҙе ҡарау үҙәге элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан. Бинаға реконструкция яһалған, ул мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған, инженер инфраструктураһы булдырылған.
Пансионат 22 койка-урынға иҫәпләнгән, шуларҙың ун бере (ҡануниәткә ярашлы мохтаж тип танылған кешеләр өсөн) ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бюджетынан финансланасаҡ, ҡалған ун бере түләүле нигеҙҙә хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн.
Пансионатта йәшәүселәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Улар ике, өс урынлыҡ бүлмәләрҙә йәшәйәсәк. Китапхана һәм спорт залы менән берләштерелгән ял бүлмәһе бар. Ашханала алты тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Мобиль булмаған һәм аҙ мобиль граждандар өсөн айырым торлаҡ блогы эшләй. Пансионаттың территорияһы төҙөкләндерелгән: газондарҙа сәскәләр күҙ яуын алып ултыра, йөрөү өсөн тротуарҙар бар, фонарҙар яна, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған.
– Медицина блогы ла бар, – тине пансионаттың директоры Надежда Погуляева. – Бында «Медкабинет», «Санпропускник», «Процедура», «Изолятор» кабинеттары урынлашҡан.
Мөһим ваҡиға менән пушкиндарҙы Гүзәл Насирова ҡотланы.
– Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәһе хакимиәте, вайымһыҙ булмаған кешеләр һәм эшҡыуарҙарҙың ярҙамы арҡаһында Пушкинский сәскә ата, – тине Гүзәл Рәйес ҡыҙы. – Ауылда бер нисә социаль объект эшләй, бына оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн пансионат асылды. Яңы эш урындары барлыҡҡа килде.
Гүзәл Рәйес ҡыҙы пансионатҡа 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
– Был инвестиция проектын тормошҡа ашырыу Пушкинский ауылын үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. Ундан ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән, оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн заманса шарттар булдырылған. Пансионат биләмәһендә инвестор средстволары иҫәбенә ауылдың янғын хәүефһеҙлеге системаһы төҙөлгән, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова. – Пансионат оло йәштәгеләргә тыныс ҡартлыҡ һәм оҙон ғүмер тәьмин итәсәк.
Пушкинскийҙа асылған социаль объект – республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын ҡулланып төҙөлгән бишенсе шәхси пансионат.
– Бындай проекттар, тәү сиратта, юғары хеҙмәтләндереү кимәлен алырға теләгән кешеләрҙең проблемаларын хәл итә, – тине Ленара Иванова. – Яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе беҙҙең өсөн шатлыҡ. Сөнки ауылда йәшәгән 200 кешенең 145-е эшкә яраҡлы йәштә, ғаиләләрҙә 30 бала тәрбиәләнә.
Ленара Хәким ҡыҙы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республикала 200-ҙән ашыу кеше стационар социаль хеҙмәтләндереүгә сиратта тора, уларҙың 60-ы – оло йәштәгеләр. Шуға күрә был өлкәлә инвесторҙарҙың әүҙемлеге айырыуса хуплана.
Ауылдаштарын әһәмиәтле ваҡиға менән староста Кирилл Ермилов ҡотланы. Ул пансионатты ремонтлауҙа әүҙем ҡатнашҡандарға наградалар тапшырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Иглин районының Пушкинский ауылында оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн дәүләт ҡарамағында булмаған пансионат булдырыу тураһында концессия килешеүенә 2021 йылдың аҙағында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ҡул ҡуйылды.