Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Август 2023, 11:20

Благовещен ҡалаһында йәшәгән ҡатын 12 йәшлек улын машина йөрөтөргә өйрәтергә ҡарар итә

Хоҡуҡ боҙоу тураһындағы материалдың райондың бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла тикшерелеүе күҙаллана

Благовещен ҡалаһында йәшәгән ҡатын 12 йәшлек улын машина йөрөтөргә өйрәтергә ҡарар итә
Благовещен ҡалаһында йәшәгән ҡатын 12 йәшлек улын машина йөрөтөргә өйрәтергә ҡарар итә

Күптән түгел Благовещен ҡалаһының Надежда биҫтәһендә бер вайымһыҙ булмаған, күҙе менән күргәнгә битараф ҡала алмаған ҡатын бала йөрөткән автомобилде туҡтатҡан. Машина салонында йәш «водитель»дең әсәһе булған ҡатын тыныс ҡына руль артындағы улы эргәһендә ултырып килгән. Ваҡиғаның шаһиты тейешле органдарға был осраҡ тураһында хәбәр иткән. Юл-патруль хеҙмәткәрҙәре автомобилдең кемдеке икәнен тиҙ генә асыҡлаған һәм был ваҡиғаға ярашлы кәрәкле ҡарар ҡабул иткән.
- Мин яңы ғына һатып алған машинамда ошо биҫтәлә йәшәгән таныштарыма барҙым. Юлда улыма машина йөрөтөргә тәҡдим иткәйнем, ул теләп ризалашты. Беҙ уның менән урындарҙы алмашып ултырҙыҡ. Мин уға педалдәргә нисек баҫырға, тиҙлекте үҙгәртергә, «боролма»ны ҡабыҙырға кәрәклеген аңлаттым. Улым иң тәүҙә машинаны ҡабыҙып, урынынан ҡуҙғалып китә алманы, тик һуңынан ғына ҡуҙғала алды, - тип аңлатты ҡатын. - Балаларға транспорт менән идара итергә ярамағанлығын беләм. Әммә улымды һәр хәлдә машина йөрөтөргә өйрәтергә теләгем бик көслө ине.
Улына машина йөрөтөүгә рөхсәт иткән әсәгә, Рәсәйҙең административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.7 статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, бәлиғ булмаған һәм водитель таныҡлығы булмаған балаға руль тапшырған машина хужаһына 30 мең һум күләмендә административ штраф янай. Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоу тураһындағы материалдың райондың бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла тикшерелеүе күҙаллана.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: