Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
20 Август , 09:57

Барыһына ла баш: благовещен икмәге халыҡ ихтирамын яулай

Благовещендар ғына түгел, бөтә Башҡортостан халҡы ла буш ваҡытында белемгә ынтыла.

Барыһына ла баш: благовещен икмәге халыҡ ихтирамын яулай
Барыһына ла баш: благовещен икмәге халыҡ ихтирамын яулай

Благовещендар ғына түгел, бөтә Башҡортостан халҡы ла буш ваҡытында белемгә ынтыла. Мәҫәлән, теләгән һәр кем Берләштерелгән металлургия компанияһының Благовещен заводында деталдең нисек тыуыуын күрә, “ПОЛИЭФ” та ҡояш энергияһының ниндәй роль уйнауын белә, икмәкханала яңы бешерелгән икмәк продукцияһын тәмләп ҡарай ала. Быларҙың барыһына ла төбәктә сәнәғәт туризмы үҫеше сиктәрендә мөмкин буласаҡ.


Сәнәғәт туризмы республика предприятиеларының уңыштары хаҡында һөйләргә, брендтарҙың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген һәм танылыуын арттырырға, предприятиеларҙың потенциаль хеҙмәткәрҙәре өсөн һөнәри йүнәлеш биреү эшен ойошторорға мөмкинлек бирә.


«Благовещенда сәнәғәт туризмы үҙенең үҫеше өсөн ҙур потенциалға эйә һәм бик күп социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән балаларға һәм йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү, шулай уҡ халыҡты ойошмалар эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Анна Карабанова. - Мәҫәлән, «Благхлеб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҡшы үҫешкән компания. Ул 2022 йылдың февралендә ТОР резиденты була, ә бөгөн заманса автоматлаштырылған цех эшләй. Шулай уҡ предприятие сәнәғәт туризмы буйынса II Бөтә Рәсәй акселераторы еңеүселәренең береһе булып тора».


«Благхлеб» икмәкханаһының етештереү күләме һоҡландыра. Әле бында 200-гә яҡын кеше эшләй. Сығарылған продукция ассортименты 130-ҙан ашыу төр икмәк, кондитер изделиелары тәшкил итә. Көн һайын предприятиенан 14 тоннанан ашыу продукция ташыла.


«2003 йылдан эшләйбеҙ. Беҙҙә икмәкхана, ҡатлы ҡамыр цехтары, шулай уҡ кондитер цехы эшләй, унда пирожныйҙар, торттар һәм башҡа күп нәмәләр эшләйҙәр. Продукция сифаты Евразия иҡтисади союзының техник регламенттары талаптарына тап килә, - ти директор Марина Когай. – 2022 йыл башынан бында 400-гә яҡын экскурсия үткәрелде. 1-8 класс уҡыусылары өсөн был тәрбиәүи экскурсиялар, ә юғары класс уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш биреү, унда беҙ производство этаптары тураһында ғына түгел, һөнәрҙәр тураһында ла һөйләйбеҙ. Олораҡ экскурсанттарҙы этаптар, ингредиенттар һәм башҡа нескәлектәр ҡыҙыҡһындыра».


II «Асыҡ сәнәғәт» Бөтә Рәсәй акселераторы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса стратегияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды. Ул саҡта акселераторҙа Өфөнөң һәм Благовещендың һигеҙ предприятиеһы ҡатнашты.


«Бер нисә ай дауамында төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныуҙары булған кешеләр – уҡыусылар һәм студенттар, инвесторҙар, ҙур делегациялар өсөн экскурсиялар ойошторорға һәм турҙар әҙерләргә өйрәндек. Алынған тәжрибә һәм идеялар республиканың сәнәғәт туризмы стратегияһының нигеҙенә һалына. Әгәр хәҙер туристар өсөн Башҡортостандың 20 предприятиеһы асылһа, 2025 йылға улар 40 буласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Республикабыҙҙа сәнәғәт туризмы программаһының нисек эшләүе менән үҙем таныштым. Был ысынлап та бик ҡыҙыҡлы».


Радий Хәбиров Благовещен районына эш сәфәрҙәренең береһендә «Благхлеб» икмәкханаһында булды. Төбәк етәксеһе бында хеҙмәткәрҙәр хаҡында хәстәрлекте айырыуса билдәләне. Улар өсөн махсус хеҙмәттәр пакеты эшләй: бушлай ятаҡ, туҡланыу, өҫтәмә түләүҙәр, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге, шифаханаларға путевкалар һәм башҡалар. Предприятие ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төрлө хәйриә проекттарында ла ҡатнаша.
Икмәкхананың матур биҙәлгән продукцияһы – туристар өсөн яҡшы сувенир. Был бизнесты артабан үҫтереү өсөн перспективалы йүнәлеш. Ә был матурлыҡты булдырыу өҫтөндә, әлбиттә, предприятиеның тәжрибәле хеҙмәткәрҙәре эшләй. Улар араһында Татьяна Скобкарева ла бар. Ул продукцияны һатыуҙы күҙәтә. Предприятиела Татьяна Юрьевна 12 йылдан ашыу эшләй.


Татьяна Юрьевна Бөрө районынан. Икенсе кластан һуң уның ғаиләһе Благовещенға күсенә. Ул 4-се мәктәпте уңышлы тамамлай һәм Өфөләге техникумға уҡырға инә. Унда ул кулинар-кондитер һөнәрен үҙләштерә. Ҡыҙ диплом алғас, Благовещенға кире ҡайта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ул дөйөм туҡланыуҙа башлай. Татьяна Юрьевнаның ҡыҙы ла 16 йәшенән икмәкханала эшләй. Әлеге ваҡытта ул декрет ялында.


«Беҙҙең өсөн, иң мөһиме, көн һайын кәрәкле аҙыҡ-түлек ябай кешеләргә барып етһен, ә уның нисек әҙерләнеүенә халыҡ шәхсән инана алһын, - тип билдәләне Марина Когай. - Беҙ продукциябыҙҙың Башҡортостан халҡында лайыҡлы һорау менән файҙаланыуы менән ғорурланабыҙ».

 

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: