Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
1 Февраль 2017, 12:31

Мораҙына еткән ул

Мәктәп тамамлаусылар алдында әллә күпме юлдар ята. Үҙеңдекен, тап һинекен нисек табырға? Ата-әсәңдең теләге, уҡытыусыларыңдың кәңәше, үҙеңдең хыялдарың бар – ҡайһыһына ҡолаҡ һалырға? Быйыл Нуриман районы Яңы Күл урта мәктәбен тамамлаған Розалина Низаметдиноваға улай өҙгөләнергә тура килмәгәндер, сөнки уның бала саҡтан ҡуйған маҡсаты була. Ҡыҙ уға табан иҫ киткес ныҡышмалыҡ менән бара ла бара.

Етә ул маҡсатына. Хәҙер Розалина – Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультеты студенткаһы.
– Мин һәр ваҡыт табип булырға хыялландым, – ти Розалина. – Кескәй балаларҙы бик яратам.
Уның кеүектәр тураһында: “Ҡулынан да килә, теленән дә килә”, – тиҙәр. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған кешенең яҡшы уҡыуы тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатып тораһы түгел. Предметтар буйынса күп олимпиадаларҙа ҡатнаша ул. Розалина - йыр , бейеү, нәфис һүҙ оҫтаһы, спорт ярата. Һөнәрҙәре менән район ғына түгел, төбәк, республика конкурстарында ла призлы урындар ала. “Һаумы, һаумы, әкиәт” республика конкурсы еңеүсеһе (2010, 2011 йылдарҙа ҡатнаша), “Яҙғы тамсылар” республика конкурсының зона турниры призеры (2008 йыл, 2-се урын), “Йыртып астым күкрәгемде” республика видеоконкурсы дипломанты була.
Розалина – ҡыҙыҡлы әңгәмәсе, күп нәмәгә үҙ ҡарашы бар, һәр саҡ үҫештә. Ярҙамсыллығы, һиҙгерлеге, башҡаларҙың уңышына шатлана белеүе, алсаҡлығы менән ышаныс һәм абруй ҡаҙана. Яуаплылыҡ, ижадкәрлек, уңышҡа ынтылыусанлыҡ кеүек сифаттары уға йәмғиәттең лайыҡлы ағзаһы булырға булышлыҡ итер.
Розалина тормошта аҙашмаҫҡа өйрәткән, төплө тәрбиә биргән һөйөклө атаһы Илдар Рафаэль улы менән ҡәҙерле әсәһе Рәлиә Самат ҡыҙына, белем тауҙарына алып менгән уҡытыусыларына сикһеҙ рәхмәтле.
Нуриман районы хакимиә-тенең Мәғариф идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2015/16 уҡыу йылында район мәктәптәрен 112 кеше тамамлаған. Уларҙан 57 бала (50,8 процент) юғары уҡыу йорттарына ингән: 44-е – бюджет нигеҙендә, 13-ө коммерция уҡыу йортонда белем ала. Урта махсус уҡыу йорттарына һәм һөнәрселек училищеларына 54 кеше ингән.

Читайте нас: