Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Ноябрь 2017, 10:58

Ашнаҡсы эше - шөғөл түгел, ә сәнғәт

Бөтә Рәсәй һәмРеспублика олимпиадаларында еңеүселәрен, тәрлә сараларҙа ҡатнашҡан йәштәр, бөтәһе30 кеше, дәртләндереү стипндиялары менән тәбрикләнде.

Был йылда ла талантлы йәштәр һәм иң яҡшы белем биреү ойошмаларының уҡыу программаһы буйынса профессиональ әҙерлек квалификация эшселәре, хеҙмәткәрҙәр, уҡыусылар юғары һөҙөмтәләргә иреште. Бөтә Рәсәй һәм Республика олимпиадаларында еңеүселәрен, тәрлә сараларҙа ҡатнашҡан йәштәр, бөтәһе 30 кеше, дәртләндереү стипндиялары менән тәбрикләнде. Улар араһында(иҫәбен дә) Благовещен күп профилле профессиональ колледж уҡыусыһы Гүзәл Әлиева ла бар.
Гүзәл төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Стипендия алыу өсөн, яҡшы уҡыу ғына етмәй, һөнәри оҫталыҡ та мөһим. Егәрлелек, сабырлыҡ үҙ теләгеңә ирешергә, тормош һәм йәмғиәткә файҙа килтерергә ярҙам итә. Героиня уҙенең уңыштарын, һис шикһеҙ, ғаиләһе менән бәйләй.
- Минең хыялым – ресторан да эшләү. Бөтә балалар ҙа хыялланырға ярата. Кемдер косманавт булам тей, кемдер доктор, ә мин, әсәйемдең төрлө тәмлекәстәр бешергәнен ҡарап торорға ярата инем, шуғалыр ҙа, кескәйҙән үк, ашнаҡсы булырға хыялландым. Ашнаҡсы – ябай кеше түгел, ул рәссам, архитектор һәм дизайнер ҙа. Ризыҡтар тәмле һәм файҙалы ғына булыуы мөһим түгел, ә улар күҙҙең яуын алырҙай матур ҙа булыррға тейеш, - ти Гүзәл.
Колледж уҡытыусылары әйтеүенсә, Гүзәл Әлиева оҫта, уңған уҡыусы.
- Беренсе курстан уҡ ул уҙен бик яҡшы итеп курһәтте. Күңелле студент тормошон танып-белергә ынтыла. Өсөнсө йыл алыштырғыһыҙ староста ул. Производство практикаһында ла тик ыңғай яҡтары менән айырыла, - ти класс етәксеһе Татьяна Домрачева.
- Беҙҙең Гүзәл яҡшы уҡырға ла, колледждың йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла өлгөрә. Ул бөтә дәйөм белем биреү дисциплинары буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, - тип директор урынбаҫары Венера Таймурзина уғыусыһы өсөн ғорурланды.
- Киләсәккә ниәттәр ҙур. Колледжды уҡып бөткәс, категория кутәреүҙе планлаштырам һәм юғары уҡыу йортона инергә теләйем, - тип маҡсаттары, уй-ниәттәре менән бүлешеп Гүзәл Әлиева һүҙҙе йомғаҡланы.
Читайте нас: