Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
10 Декабрь 2018, 11:26

Хыялы тормошҡа ашҡан ҡыҙ

Өфө районынан Дарья Скоблик һауа гимнастикаһы номинацияһында уңышлы сығыш яһаны

Өфөлә тәүге тапҡыр цирк сәнғәте буйынса 1 - се халыҡ-ара “Хыялымдағы цирк” балалар конкурсы үтте. Был күркәм сара Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Украинанан, Израилдән, Ҡытайҙан, шулай уҡ Рәсәй ҡалаларынан – Мәскәүҙән, Яр Саллынан, Екатеринбургтан, Кемерованан, Вологданан һәм республика ҡалаларынан 80-дән ашыу талантлы балаларҙы бергә йыйҙы.


Унда 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар төрлө төркөмдәрҙә ҡатнашты. Конкурста акробатика, һауа гимнастикаһы, эквилибристика, жонглерлыҡ, клоунада, пантомима һәм башҡа жанрҙар бар ине.

«Хыялымдағы цирк» конкурсында профессиональ жюри – Рәсәйҙең халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, акробаттар һәм хореографтар эшләне. «Маҡсатыбыҙ – цирк сәнғәте менән мауығыусы төрлө йәштәге балалар араһында таланттарҙы эҙләү. Төрлө илдән балаларға бер-береһе менән аралашыу, дуҫлашыу һәм аңлашыу мөмкинлеге, шулай уҡ үҙ оҫталығын күрһәтеү һәм профессиональ цирк артисы булыу теләген тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биреү», — тине «Ҡояшлы әйлән-бәйлән» продюсерлыҡ үҙәгенең генераль директоры Виталий Лебедьков. Был конкурста Өфө районынан Дарья Скоблик һауа гимнастикаһы номинацияһында уңышлы сығыш яһаны. Был ярыш төрө акробатика, эквилибристика, гимнастика, хореография һәм актерлыҡ оҫталығын талап итә. Ярыш программаһының төп өлөшө һауала, купол аҫтында үтә. Һәр яҡтан талантлы Дарья үҙ тиҫтерҙәре араһында 1-се урын яуланы һәм диплом менән бүләкләнде.

Даша әле Дмитриевка мәктәбенең 7-се класында уҡый. 1-се кластан алып тик “5”-ле билдәләренә генә өлгәшкән уҡыу алдынғыһы спорт менән шөғөлләнә, музыка мәктәбендә фортепиано класында дәрестәр ала, “Искорки” өлгөлө эстрада бейеү ансамблендә бәләкәйҙән яратып сығыш яһай, төрлө конкурстарҙа, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Даша һауа гимнастикаһы менән “Точка” бейеү оҫтаханаһында бер йыл элек кенә шөғөлләнә башлай. Шулай әҙ генә ваҡыт эсендә ул тренеры Индира Ғәйнанова етәкселегендә Бөтә Рәсәй “Красная дорожка” һәм “Волшебный каблучок”конкурстарында еңеү яулап та өлгөрҙө. Былтыр “Башҡортостан таланттары” конкурсында Гран-при алды.

Тырыш ҡыҙ “Артек” ҡа йүнәлтмә менән бүләкләнде. Әйтергә кәрәк, ағаһы Кирилл да төрлө уңыштары өсөн был халыҡ-ара балалар үҙәгендә ялда булып ҡайтҡан. Әсәһе Ольга һәм атаһы Андрей һәр яҡлап балаларына өлгөлө тәрбиә бирә, үҙҙәре лә талантлы, мәҙәниәтле, сәләмәт тормош яҡлы.
Читайте нас: