Үҙе һуҡҡан күҙҙең яуын алырлыҡ аҫалы балаҫтары араһында ултыра Лилиә Байбурина. – Сәлих ауылы ҡыҙы мин, - тип таныштыра ул үҙе менән.
Онотола барған был кәсеп менән шөғөлләнеүсене ҡыҙыҡ-һынып халыҡ уратып алған, күҙ йүгермәй оҫтаның ҡулына, «һә» тигәнсе матур биҙәк барлыҡҡа килә. - Бала саҡтан уҡ өләсәйем Рәшиҙәнең йөн иләгәнен, бәйләм бәйләгәнен күреп үҫтем, әкренләп үҙем дә өйрәндем. Шул саҡта нигеҙ һалынғандыр, моғайын, бөгөнгө шөғөлөмә, - ти Лилиә Рәсих ҡыҙы.
Өфө педагогия колледжының художество һәм графика факультетын тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетында уҡығанда балаҫ һуғыу оҫталығына өйрәнеп, ошо эш буйынса диплом эше яҡлай ул. Бына шул көндән башлана инде был эшкә ҡарата иғтибар һәм һөйөү. 2016 йылда Әлшәй районында үткәрелгән «Быуаттарҙы тоташтырыусы еп» – бәйге-күргәҙмәлә ҡатнаша Лилиә Байбурина. 15 йыл инде Шишмә район мәҙәниәт йортонда рәссам-декоратор булып эшләгән уңған хужабикә 2 ҡыҙына һөйөклө әсәй ҙә.
Киләсәккә матур хыялдар ҡороп йәшәй Лилиә Рәсих ҡыҙы. – Белгән һөнәремде ҡыҙҙарыма ла өйрәтеп, теләүселәр өсөн түңәрәк асыу, - ти ул. Донъя уңғандар менән күркәм. Хыялдарың тормошҡа ашһын, Лилиә.