Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Июль 2019, 20:00

Быуындар сылбыры өҙөлмәҫ!

Күптән билдәле бер хәҡиҡәт бар – тарихҡа күҙ һал да, киләсәгеңде күҙалла

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 10 майында баҫылып сыҡҡан Шәжәрә байрамдары үткәреү тураһындағы ҡарары халыҡтың нәҫел-зат тамырҙарына ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеүгә һәм милли йолаларҙың тергеҙелеүенә, һис шикһеҙ ҙур этәргес булды.

—Хәҙер күп урындарҙа шәжәрә байрамдары ойошторола, бик күптәребеҙ үҙенең ырыу, ара, ғаилә шәжәрәләрен асыҡлап, ата-бабаларының кем булыуын танып, ошоғаса белмәгән туған-тыумасаларын таба, — тип уйҙары менән уртаҡлаша Өфө районы Миловка мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Шафиҡова. — Байрамдар була ла үтә, әммә ете быуын ҡәрҙәшеңде таныу, үҙ ғаиләңдең тамырҙарын, тарихын белеү кеүек йән талабы үтмәҫ, әхлаҡи һәм тәрбиәүи әһәмиәтен бер ваҡытта ла юғалтмаҫ.

Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы, рухлы Ғафури районы ҡыҙы 2006 йылда уҡ әле йәшәп ятҡан һәм эшләп йөрөгән рус ауылында сикһеҙ әһәмиәтле сараларҙың береһе — Шәжәрә байрамын башлап ебәрә. Был юлы ла сара бик матур ойошторолған ине. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Филюс Ҡалмырҙин башҡарыуындағы мәшһүр “Уралым” йыры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Артур Туҡтағоловтың дәртле сығышы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр һәм милли биҙәүестәр эшләүсе Гөлгөнә Зәйнетдиновтарҙың ҡатнашыуы байрамға бәҫ өҫтәне, уйландырҙы, күңелдәрҙе елкендерҙе.

Күптән билдәле бер хәҡиҡәт бар – тарихҡа күҙ һал да, киләсәгеңде күҙалла. Был күркәм сараның төп ҡаҙанышы – ата-бабаларыбыҙға, нәҫелебеҙгә ҙур хөрмәт күрһәтеү ул. Барыһы сарала 5 ғаилә үҙ шәжәрәһен барланы. Ауылдаштары Назыровтар, Вәхитовтар, Аллаяровтар, Зариповтар, Мингаевтар ғаиләләренең шәжәрәһе менән танышты, улар менән ғорурланып, һоҡланып ултырҙы. Быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡ хистәрен нығытыуҙа, һәр ырыуҙаштың, ара-нәҫелдәштең үҙ шәжәрәһе алдында яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеү, тарихи хәтерен тергеҙеү, арҙаҡлы шәхестәрҙең данын күтәреү йәһәтенән шәжәрә байрамдарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Шуға ла һәр кем үҙ тамырҙарын белергә тейеш. Был сарала ҡатнашыусы ғаиләләр төрлө райондарҙан күсеп килгән был Миловка ауылына. 5 ғаилә шәжәрәһе шул уҡ ваҡытта 5 төбәк тарихы булыуы менән дә ҡыҙыҡлы булды. Миловка мәктәбе директоры Александр Кирилов ”Беҙ Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ, шулай булғас тыуған төбәгебеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен өйрәнергә, шәжәрәбеҙҙе белергә тейешбеҙ. Беҙҙең мәктәптә башҡорт телен уҡытыу юғары кимәлдә алып барыла. Әммә, әсә теленең ғаиләлә һаҡланыуын, үҫеш алыуын онотмайыҡ!” — тине.

Был матур байрамды ойоштороусылар нәҫел тамырҙарын барлауға, быуындар сылбырын нығытыуға, тарихҡа аныҡ маҡсат менән сәйәхәт ҡылыуға, үҫеп килеүсе быуында тыуған ер тарихына, туғанлыҡ тамырҙарына яңы ҡараш тыуҙырырға тырышты. Ошондай ойоштороусылар, данлы ғаиләләр барҙа быуындар сылбыры өҙөлмәҫ!
Читайте нас: