Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
7 Июль 2019, 18:29

Ижад донъяһына табан...

Сәнғәт мәктәбе үҙенсәлекле миссияға эйә: улар үҫеп килеүсе быуынға эстетик тәрбиә бирә

Сәнғәт мәктәбе үҙенсәлекле миссияға эйә: улар үҫеп килеүсе быуынға эстетик тәрбиә бирә.


Иглин сәнғәт мәктәбендә лә уҡыусыларҙы матурлыҡ тыуҙырырға өйрәтәләр. Һәләтле ҡыҙҙар һәм малайҙар натюрморт төшөрөү, туҡыма менән эшләү, балсыҡ әүәләп һындар тыуҙырыу серҙәренә төшөнә. Мәктәптә балаларға ижад менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.

Сәнғәт мәктәбе коллективы үҙ тарихында бик күп матурлыҡ һөйөүселәрҙе тәрбиәләгән. Бөгөн дә йәш һәләттәр төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулай. Сығарылыш класс уҡыусылары юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында уҡып, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә яҡшы белгес булып эшләй.

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡулы менән районда күп объекттар биҙәлә. Һәр йыл һайын иглиндарҙың Яңы йыл байрамына йәм өҫтәй торған Боҙ ҡаласығы ғына ни тора! Уларҙың эштәре даими районыбыҙҙың, республиканың төрлө сара - күргәҙмәләрен биҙәй.

Һәләтле коллектив менән егерме йылдан ашыу Михаил Бадьин етәкселек итә. Уның фекеренсә, сәнғәт менән шөғөлләнгән бала заманса тормошҡа тиҙерәк яраҡлаша. Әммә ижад менән шөғөлләнер өсөн, башта уны яратырға кәрәк, тип иҫәпләй тәжрибәле уҡытыусы. Төшөрөлгән пейзаж - портреттар фотоға төшөрөүгә ҡарағанда күпкә мауыҡтырғыс. Сөнки хистәр кисерә белгән бала өсөн уны ижад емешенә күсерә белеү мөһим була.

Һәләтле педагог М. Бадьиндың автор эштәре күп. Ул Иглиндағы Еңеү паркына урынлашҡан яугир – интернационалистарға, Урман ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлдәрҙең авторы. Шулай Иглин, Ҡыҙыл Восход, Аҡбирҙе ауылдарындағы һәйкәлдәр ҙә уның авторлығында реконструкцияланған.

Михаил шулай уҡ кейем дизайны менән дә мауыға. Уның кейеҙҙән тегелгән костюмдары “Этно – эрато»II һәм III Евразия юғары милли мода конкурсында юғары баһаға лайыҡ була. Михаил Александрович диплом, «Иң яҡшы милли костюм өсөн» I һәм II дәрәжәләге миҙалдар менән бүләкләнә. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы авторҙар коллективы составында «Яланда ҡыш» кейем коллекцияһы өсөн «Алтын ҡайсы» Гран-приһын ала.

Сәнғәт мәктәбе бөгөн үҙенең тәғәйенләнешенә тоғро - матурлыҡ һәм ижад донъяһына илтеүсе булып ҡала.

- Бәлки бөтә балалар ҙа мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә һөнәрмән булып бөтә булмаҫ, - ти Михаил Бадьин. - Ләкин бит сәнғәт өсөн ижадсылар ғына түгел, ә уларҙың ижад емештәрен баһалаусылар ҙа кәрәк.
Читайте нас: