Иглин районы таланттарға бик бай. Улар араһында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бар. Күптән түгел район үҙәгендә урынлашҡан Данис Тикеев исемендәге 4-се һанлы мәктәптең беренсе класс уҡыусыһы Урал Ғүмәров Бөтә Рәсәй «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты сиктәрендә төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы «Ел йыры» («Песня ветра») фильмында уйнаны. Проектты ойоштороусы - Санкт-Петербург ҡалаһының «Интелүҫеш» интеллектуаль һәм ижади һәләттәр үҙәге.
Фильм өсөн йәш актерҙарҙы һайлап алыу 21-22 сентябрҙә республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығында үтте. Кинола төшөргә ете-туғыҙ йәшлек 591 бала теләк белдергән. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо ҡәҙәр талантлы балалар араһынан кәрәкле артистарҙы һайлап алыу бик ҡатмарлы була.
Кастингты 20 бала уңышлы үтә. Шулар араһында Иглин ауылынан Урал Ғүмәров тә бар. Ул бөтә күрһәткестәр буйынса ла талаптарға тура килә. Комиссия алдында малай «Катюша» йырын башҡара, һорауҙарға яуап бирә. Урал синыфташтарҙың береһе роленә раҫлана.
«Ел йыры» фильмының тәүге өлөшө Өфөнөң 161- се лицейында төшөрөлә. Унда бер кластың мәктәп тормошо һүрәтләнә. Икенсе өлөш Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендә Уҡлы ҡая итәгендә дауам итә. Сюжет буйынса уҡыусылар класс етәксеһе менән бергә тәбиғәт ҡосағына экскурсияға килә. Фильм төшөрөү тамамланды, уның премьераһы апрель айында буласаҡ.
Урал –төрлө яҡлы талантҡа эйә малай. Ике йәшенән инде ул данлыҡлы «Катюша»ны йырлай. Уны ул олатаһынан өйрәнеп алған. Ғөмүмән, ул патриотик йырҙарҙы бик яратып башҡара. Өс йәштән Урал “Аполлон” фитнес үҙәгендә көрәш менән шөғөлләнә. Бәләкәй спортсы район ярыштарында ҡатнашып, үҙ йәш категорияһында еңеүҙәр яулай, маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Урал дүрт йәштән район мәҙәниәт йортоноң «Талисман» эстрада-вокал студияһында (етәксеһе Ләйсән Хәлиуллина) шөғөлләнә. Бәләкәй малайҙың талантын күргән Ләйсән Зинур ҡыҙы уның менән айырым шөғөлләнә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Урал ижади конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Районда үткән Иглин тауышы” шоуында ҡатнаша. Ағымдағы йылдың йәйендә Урал Ғүмәров Сочи ҡалаһында үткән «Уңыш баҫҡысы» башҡарыу оҫталығы халыҡ-ара фестиваль-конкурсында өсөнсө дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Уралдың репертуары әкренләп киңәйә. Әлеге ваҡытта ул етәксеһе менән билдәле неаполитан йыры “О соле миа” («Минең ҡояшым») өҫтөндә эшләй. Әүҙем малай спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә ваҡыт таба: район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә футбол күнекмәләренә йөрөй.
Урал – кесе энеһе Әмир өсөн яҡшы үрнәк. Бәләкәй малай ағаһына эйәреп спорт секцияларына йөрөй, йырларға ла теләге бар.
Һәр ерҙә әүҙем өлгөргән малай ата-әсәһенә, олатаһы һәм өләсәһенә йорт эштәрендә лә ярҙам итә.
Был һөйкөмлө малай үҫкәс кем булыр икән?Бәлки, танылған артистыр? Әлегә билдәһеҙ.
-Кем генә булһа ла, күңеле ятҡан эш менән шөғөлләнһен, ил өсөн кәрәкле кеше булһын, - тиҙәр бер тауыштан Уралдың ата-әсәһе Ильмира Радик ҡыҙы һәм Азамат Ҡамил улы.