Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
13 Ноябрь 2019, 12:00

Мостай Кәрим - рухи маяҡ

Ижадына ғашиҡ Риана

Благовещен ҡала мәҙәниәт һарайы иғлан иткән "Мостай Кәрим уҡыуҙары" тигән онлайн - конкурста ҡатнашҡан 40 кеше араһынан Илек мәктәбенең 6 - сы класс уҡыусыһы Риана Йыһангәрәева еңеүсе тип танылды.
Мәктәптең татар теле уҡытыусыһы Альбина Сәмиғуллина менән улар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең " Иңләнем дә, буйланым да" тигән шиғырын конкурсҡа һайлап алған. Отҡор Риана уны бер аҙна эсендә тасуири итеп һөйләргә өйрәнеп, ятлап та алған. Икенсе урындағы - Анастасия Хомутова, Айһылыу Шәйхуллина, призлы өсөнсө урын алған - Ралина Вафина, Камилла Сәмиғуллина, Данил Йомадияровтар ҙа шағир ижадын яҡшы белеүен үҙҙәре яттан һөйләгән әҫәрҙәр аша күрһәтте.
Тормош һабаҡтарын биргән бөйөк Мостай ижады үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәрен ысын шәхес булырға өндәүсе рухи маяҡ булыуын ошо конкурста ҡатнашҡан балалар ҙа үҙ миҫалында дәлилләне.
Читайте нас: